

Быйылғы тәүге өс ай йомғаҡтарына ярашлы, республикала ваҡлап һатыу сауҙа әйләнеше 276,3 миллиард һум тәшкил иткән. Былтырғы шул уҡ осор менән сағыштырғанда ул 11,8 миллиардҡа күберәк.
Ошо хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте кәңәшмәһендә республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев хәбәр итте.
– Республикала сауҙаның ваҡ формаларына айырыуса иғтибар бирелә, – тине министр. – Һуңғы йылдарҙа сауҙаның ошо өлкәһе эшмәкәрлеген көйләгән норматив хоҡуҡи база яңыртылды. Башҡортостанда йәрминкә эшмәкәрлеген үҫтереү концепцияһы, республика район һәм ҡалаларында йәрминкәләр ойоштороу тәртибе раҫланды.
Урындағы үҙидара органдары йәрминкә майҙандарын урынлаштырыуҙың биш йыллыҡ планын раҫлаған.
Күмәртәләп һатыу әйләнеше быйылғы тәүге өс айҙа 3,4 миллиард һумға артҡан һәм былтырғы ошо уҡ осорға ҡарата 114,3 процент тәшкил иткән (сағыштырма хаҡтарҙа). Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес был осорҙа 89,2 процент ҡына булды.
Ә ҡулланыу хаҡтары индексы нисек?
Тәүге өс ай күрһәткестәренә ярашлы, ул 101,2 процент булды. Был Рәсәй буйынса уртаса кимәлдән түбәнерәк – ил буйынса ул 101,7 процент тәшкил итте. Инфляция кимәле буйынса Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында позицияһын яҡшыртҡан. Алексей Гусев билдәләүенсә, былтырғы декабрҙә ҡулланыу хаҡтары индексы буйынса беҙҙең республика ил субъекттары араһында 20-се урынды биләй ине, ләкин быйыл мартта ул 13-сө урынға күтәрелде.
Хәлде яҡшыртыуға хаҡтарҙы тотороҡландырыу буйынса байтаҡ эш ойошторолоуы сәбәпсе булды. Мәҫәлән, сауҙа ойошмалары, тармаҡ ассоциациялары менән даими рәүештә осрашыуҙар һәм кәңәшмәләр уҙғарыла.
Башҡортостан Хөкүмәте башланғысы менән төбәктең сауҙа селтәре, былтырғы йылдың уңышлы тәжрибәһен иҫәпкә алып, социаль яҡтан әһәмиәтле тауарҙарға хаҡтарҙы сикләү тураһындағы меморандумға ҡул ҡуйҙы. Уның ғәмәлдә булыуы 2023 йыл аҙағына тиклем иҫәпләнгән.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулланыу хаҡтарының динамикаһын күҙәтеп барыуҙы дауам итергә ҡушҡайны. Быйылғы март йомғаҡтарына ҡарағанда, республикалағы инфляция 0,7 процент булды. Башҡортостандың Милли банкы хәбәр итеүенсә, февралдә инфляция 9,7 процент тәшкил иткәйне. Рәсәй буйынса уртаса күрһәткес февралдә – 11, ә мартта 3,5 процент тип күрһәтелә. Был айырма былтыр ошо кимәлдең юғары булыуы менән аңлатыла.
Аҙыҡ-түлеккә ҡарамаған тауарҙар буйынса ла хаҡтар күтәрелеүе аҡрыная төшкән: февралдә ул 9,5 процент булһа, март айы йомғаҡтарына ярашлы, 4,8 процент тип билдәләнгән. Былтыр санкциялар арҡаһында сит илдәрҙән килтерелгән материал һәм ҡорамал ҡулланып етештерелгән тауар һәм хеҙмәт төрҙәренең өлөшө ҙур ине, быйыл ватан тауарҙарының өҫтөнлөк алыуы хаҡтарҙы төшөрә.
Рәшит КӘЛИМУЛЛИН