Йәмғиәт
6 Июнь 2023, 07:10

Ҡул эшенә бәләкәйҙән өйрәнгән

Шул шөғөлөн бөгөн дә ташламай.

Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылы  һөнәр оҫталарына бай. Ә инде йәштәр араһында ҡул эшен яратыусыларҙың булыуы бигерәк тә һоҡланғыс. Мәҫәлән, Лилиә Әхмәтйәнова мәктәпкә уҡырға бармаҫ элек үк бәйләмгә өйрәнгән.

– Әсәйем ҡул эшенә оҫта булғас, уға ҡарап, Айгөл апайым менән мин дә бәйләмгә тотондоҡ. Үҙаллы бәйләгән тәүге ҙур эшем – алты йәш тирәһендә атайыма шарф бүләк иттем. Аҙаҡ сигергә лә өйрәндем. Мәктәптә уҡығанда сиккән таҫтамалдарым әле лә һаҡлана, – тип уларҙы ла күрһәтте Лилиә.

Ваҡыт үткән, тәжрибә артҡан һайын уны ҡул эштәренең яңы төрҙәре ҡыҙыҡһындыра. Һуңғараҡ Лилиә картиналар сигергә лә оҫтара. Хатта иптәш ҡыҙының  фотоһүрәтен дә картинала сағылдыра.

Лилиә Әхмәтйәнова әлеге көндә район үҙәгендә дефектолог булып эшләй. Ялдарында тыуған йортона ҡайтҡанда әсәһе, апаһы менән бергәләп ҡул эшенә тотоноуҙары – күңел шифаһы биргән шөғөл. Әйткәндәй, апаһы хәҙер йомшаҡ уйынсыҡтар бәйләүгә лә оҫтарған. 

– Бәйләү, сигеү –  мауыҡтырғыс шөғөл. Уға тотонһаң, бер мәлгә бар мәшәҡәттәрҙән онотолаһың, – ти Кинйәабыҙ һылыуы.

Бәйләү-сигеүгә маһирлыҡ – гүзәл зат­ты биҙәгән күркәм сифат, сөнки ҡулдан эшләнгән әйбергә күңел йылыһы ла, ҡот та һалына.


Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА

Читайте нас