Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2023, 22:35

Башҡортостан Башлығы кәңәшмә үткәрҙе

Белоретта ауыл биләмәһе башлыҡтары йыйылды.

Башҡортостан Башлығы кәңәшмә үткәрҙе
Башҡортостан Башлығы кәңәшмә үткәрҙе

7 июндә Белоретта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Учалы һәм Хәйбулла райондарының ауыл биләмәләре башлыҡтары өсөн сираттағы төбәк кәңәшмәһен уҙғарҙы.

Көн тәртибендә көнүҙәк һорауҙар тикшерелде, улар биләмәләрҙең социаль-иҡтисади үҫеш һорауҙарына арналды.

Кәңәшмә алдынан төбәк етәксеһе райондың предприятиелары продукцияһының күргәҙмәһен ҡараны. Урал спорт инвентары заводы тренажерҙар өлгөләрен, шулай уҡ еңел ҡыйыҡ менән заманса воркаут-майҙансыҡтарҙы күрһәтте. Радий Хәбиров республиканың Спорт һәм Торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлыҡтарына бындай спорт майҙансыҡтарын булдырыуҙың перспективаларын анализларға ҡушты.

Төбәк  етәксеһе семинарҙа урындағы үҙидара органдары эшенең көнүҙәк бурыстарын билдәләне.

- Һеҙ - республиканың идара итеү командаһының төп звеноһы. Эшегеҙҙең сифатына халҡыбыҙҙың именлеге бәйле. Айырыуса ныҡ борсоған һорауҙарҙы ишетеү, уларҙы хәл итеүҙә ярҙам итеү маҡсатында беҙ ауыл биләмәһе башлыҡтары менән даими рәүештә осрашыуҙар уҙғарабыҙ, - тине Башҡортостан Башлығы.

Төбәк етәксеһе махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеүҙә ҡатнашҡан өсөн рәхмәтен дә белдерҙе.

- Ил өсөн еңел булмаған осорҙа һеҙҙең менән ойошҡан рәүештә эшләйбеҙ – ирекле батальондарҙы кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итәбеҙ, гуманитар конвойҙар оҙатабыҙ. Ябай булмаған хеҙмәтегеҙ өсөн һеҙҙең һәр ҡайһығыҙға, барлыҡ халыҡҡа рәхмәт, - тине Радий Хәбиров.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: