Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2023, 23:25

Белореттың киләсәге төҙөк

Радий Хәбиров Белоретта йәмәғәт киңлектәрен ҡараны.

Белореттың киләсәге төҙөк
Белореттың киләсәге төҙөк

7 июндә Белоретҡа эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ял урындарын һәм дини объекттарҙы ҡараны, социаль инфраструктура үҫеше планы менән танышты.

Ҡаланың ҙур проекттарының береһе – “Офоҡҡа атла” исемле йәмәғәт киңлеген булдырыу.

2020 йылда Белореттың үҙәк паркы биләмәһен һәм Ағиҙел йылғаһы яр буйын яңыртыу концепцияһы бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың Бөтә Рәсәй иң яҡшы проекттар конкурсында еңеп сыҡҡайны. Реконструкцияның дөйөм хаҡы 197 миллион һум тәшкил итә.

Ҡала биләмәһе башлығы Кирилл Егупов “Офоҡҡа атла” проектының  тәбиғәт зонаһын да, өҫтәмә белем биреү учреждениеларын да, спорт һәм мәҙәниәт майҙансыҡтарын да, Ағиҙел йылғаһы быуаһының яр буйын да үҙ эсенә алыуын билдәләне.

Төбәк етәксеһе яңыртылған йәмәғәт киңлеген ҡарап биләмә үҫешенең перспективаларын тикшерҙе.

Ҡаланың үҙәк өлөшөндә төбәк етәксеһе Ҡайғылы әсә һәйкәленә сәскәләр һалды. Ул 2022 йылда ҡаланың Геройҙар аллеяһында асылған. Һәйкәл һуғышта һәм локаль хәрби конфликттарҙа балаларын юғалтҡан әсәйҙәр хөрмәтенә ҡуйылған.

Белоретта Башҡортостан Башлығы Свято-Никольский соборында ла булды. Бинаның дөйөм майҙаны 1200 квадрат метр тәшкил итә. Төбәк етәксеһе унда хеҙмәт итеүсе дин әһелдәре, ирекмәндәр менән аралашты.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: