Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2023, 21:00

Күбәләк урманға ҡунһа, уны зарарлай икән

Дауалау ысулының биологик төрөнә өҫтөнлөк бирелһә лә, әлегә урманға инмәү хәйерле.

Күбәләк урманға ҡунһа, уны зарарлай икән
Күбәләк урманға ҡунһа, уны зарарлай икән

Башҡортостанда республиканың ете районында — Әлшәй, Дәүләкән, Миәкә, Бәләбәй, Фёдоровка, Баймаҡ һәм Бишбүләктә йәмғеһе 65 мең гектар майҙанда урмандар дарыу менән эшкәртелә.

Был хаҡта Башҡортостан Республикаға идара итеү үҙәгенән “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов һөйләне.

Министр белдереүенсә, ебәк күбәләгенең күпләп таралыуы – тәбиғи күренеш. Был ҡоротҡос 11-12 йылға бер күпләп үрсей. Былтыр республика биләмәһендә 655 мең гектар майҙанда был күбәләк таралған булһа, быйыл 397 мең гектар майҙанда күпләп күҙәтелә.

Республика урмандарын химик һәм биологик препараттарҙың ике төрө менән дауалайҙар. Бал ҡорттарына һәм башҡа файҙалы бөжәктәргә зыян килтермәҫ өсөн биологик ысулға өҫтөнлөк бирелә. Шулай ҙа дарыу һибелгәндән һуң, белгестәр урманға 5-7 көн инмәҫкә кәңәш итә.

Тулыраҡ мәғлүмәт — тапшырыу яҙмаһында.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: