Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июнь 2023, 21:40

Яугирҙең ғаиләһенә гәзит киләсәк!

  “Изге матбуғатҡа яҙылыу” акцияһының маҡсаты изге.

Яугирҙең ғаиләһенә гәзит киләсәк!
Яугирҙең ғаиләһенә гәзит киләсәк!

Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев Асҡын районынан мобилизацияланған яугирҙең ғаиләһенә гәзиткә яҙылды.

 “Республика Башҡортостан” нәшриәт йорто иғлан иткән “Изге матбуғатҡа яҙылыу” акцияһында Республика медиафорумының почетлы ҡунағы Владимир Соловьев та ҡатнашты. Ул яҙҙырған район гәзитен  хәҙер махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһе алдырасаҡ.

Әйткәндәй, унан алда был акцияла Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм Рәсәй Президенты ярҙамсыһы Владимир Мединский ҙа ҡатнашҡайны. Быны улар Өфөлә  Китап байрамында башҡарҙы.

“Изге матбуғатҡа яҙылыу” акцияһына теләгән һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн “Изге эштәр картаһы”нда тултырылған квитанция һалынған конвертты һайлап алырға, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһенә гәзит, журналға яҙылырға, почта бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә, #ДобраяПодписка хештегы менән үҙеңдең фотоңды ҡуйып, эстафетаны социаль селтәрҙәге ике дуҫыңа тапшырырға.

 Фото: «Республика Башкортостан» нәшриәт йорто.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: