Йәмғиәт
9 Июнь 2023, 10:13

Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ, буласаҡбыҙ!

Был көн – илебеҙҙең һәр кешеһенең байрамы.

Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.
Фото:Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.

12 июндә илебеҙ 23-сө тапҡыр Рәсәй көнөн билдәләй. Ватаныбыҙҙың бөтә граждандары өсөн әһәмиәтле байрам ул. 1990 йылдың 12 июнендә РСФСР-ҙың халыҡ депутаттарының беренсе съезы Рәсәйҙең Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итә. Унда, ғәмәлдә, илдең бөтә биләмәләрендә Рәсәй Конституцияһының һәм уның закондарының өҫтөнлөгө билдәләнә, шуға күрә был датаны дәүләттең яңы тарихының башланғысы тип иҫәпләргә мөмкин. 12 июнь – рәсми рәүештә ял көнө лә.

Ошо уҡ съезда РСФСР Юғары Советы рәйесе итеп Борис Ельцин һайлана, ә теүәл бер йылдан шул уҡ көндә илебеҙҙә Рәсәй Феде­рацияһы Президентын һайлау үтә. Унда Борис Николаевич 57,3 процент тауыш йыйып, еңеү яулай. Рәсәй көнө Рәсәй Федерацияһы Юғары Советының 1992 йылдың 11 июнендәге 2981-I һанлы ҡарары менән билдәләнә. Ә 1994 йылда ул дәүләт статусын ала һәм Рәсәйҙең Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө тип атала.

Шуны ла әйтергә кәрәк, тәүге осорҙа халыҡ был датаға әллә ни әһәмиәт бирмәне, әммә йылдар дауамында ул тормошобоҙға ныҡ­лап инде һәм хәҙер киң билдәләнә. 1995 йылдан был көндә мәҙәниәт һәм фән хеҙмәткәрҙәрен бүләк­ләйҙәр. Йылдар дауамында бар­лыҡҡа килгән йола буйынса, 12 июндә тематик саралар, акциялар, марафондар уҙа.

Байрамдың мәғәнәһенә мөрә­жәғәт итһәк, Рәсәй көнөндә граждандар бойондороҡһоҙлоҡто түгел, ә илдең дәүләт суверенитетын иғлан итеүҙе, шулай уҡ Рәсәй та­рихының бөтөнләй яңы этабы башланыуын билдәләй, унда дәүләт Рәсәй Федерацияһы булараҡ инә.

Рәсәй көнө илебеҙҙә сирек быуатҡа яҡын билдәләнә. Уның сығанаҡтары СССР-ҙың һуңғы йылдарында илебеҙ кисергән процес­тар менән тарихи яҡтан айырыл­ғыһыҙ бәйле. Шуға ҡарамаҫтан, йылдар үтеү менән уның мәғәнәһе тәрәнәйә. Әгәр 1990 йылда суверенитет иғлан итеү коммунистик үткәндәрҙән айырылыуҙың башланыуын аңлатһа, беҙҙең көндәрҙә ғәмәлдәге суверенитет бойондо­роҡһоҙ Рәсәйҙең йәшәүенең төп шарттарының береһе булып тора. Шулай итеп, халҡыбыҙ өсөн 12 июнь – Тыуған илгә ҡарата һөйөүҙе иҫкә төшөрөү өсөн матур көн.

Байрамдың төп символдарының береһе – Рәсәй флагы. Рәсәй көнөндә күп кенә граждандар тәҙрәләргә һәм балкондарға дәүләт флагының бәләкәй күсермәләрен элә, байрам сараларына барған саҡта ҡулдарына уларҙы тотоп йөрөй, автомобилдәргә урынлаштыралар.

Рәсәй көнөнә арналған байрам программаһының мотлаҡ өлөшө – төрлө күмәк саралар, патриотик акциялар, халыҡ байрамдары.

Йыл һайын бөтә ил буйынса, ҡалаларҙың үҙәк майҙандарында һәм мәҙәниәт учреждениеларында байрамға арналған күп һанлы саралар, шул иҫәптән федераль акциялар һәм марафондар үткәрелә.

Байрам программаһына йыш ҡына төрлө спорт ваҡиғалары ла инә, ә музейҙарҙа һәм мәҙәни үҙәк­тәрҙә иһә тематик күргәҙмәләрҙе, экспозицияларҙы ҡарарға мөмкин. Рәсәй көнө – илебеҙҙең һәр ке­шеһенең байрамы. Шуның өсөн дә был көн һәр кемдең иғтиба­рынан ситтә ҡалмаҫҡа тейеш.

Рәсәй көнө байрамын юғары илһөйәрлек рухы менән ҡаршылау әлеге ваҡытта айырыуса мөһим, сөнки ул Ватаныбыҙ һағында тор­ған, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәребеҙҙең күңе­лен күтәрәсәк, бар йөрәгебеҙ, уй-хистәребеҙ менән улар эргәһендә булғаныбыҙҙы сағылдырасаҡ. Улар – махсус хәрби операцияла ҡат­наш­ҡан яугирҙәребеҙ – ысын илһөйәрлек өлгөһө. Шундай ул-ҡыҙҙары менән Рәсәй көслө, бөйөк һәм ул бер дошмандың да алдында баш эймәйәсәк, ирекле ил булып ҡаласаҡ. Башҡортос­тандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим был хаҡта үҙенең шиғырын­да тос ҡына әйткән:

“Беҙ булғанбыҙ,

барбыҙ, буласаҡбыҙ.

Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,

Тарих арбаһында барасаҡбыҙ!”

Әйтергә кәрәк, бөгөн илебеҙ ауыр һынау алдында тора – тағы ла фашизмға ҡаршы көрәшә. Ошон­дай саҡта беҙгә йәнә тупла­нырға һәм дошманға ҡаршы бергә торорға кәрәк. Берҙәм булһаҡ, беҙҙе бер кем дә теҙгә сүгендерә алмаясаҡ.

- Рәмилә МУСИНА

Читайте нас