

Фестиваль М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты майҙансыҡтарында үтте һәм бөтә Башҡортостан мәктәптәре уҡыусыларын, остаздарҙы һәм уҡытыусыларҙы, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә билдәле белгестәрҙе, бизнес-вәкилдәрен йыйҙы.
Эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеге өсөн гранттарҙы нисек алырға, финанс грамоталылығын арттырырға, тәүге эште нимәнән башларға, бизнес-идеяның актуаллеген нисек тикшерергә – форум майҙансыҡтарында ошондай темалар ҡаралды.
«Беренселәр хәрәкәте» проект инициативаларын тиҙләтеү дирекцияһы етәксеһе Мария Захарова былай тип һыҙыҡ өҫтөнә алды:
«Хәрәкәт ит» балалар эшҡыуарлыҡ фестивале — балаларға һәм йәштәргә эшҡыуарлыҡ донъяһына аҙым яһау, эшҡыуар миссияһын аңлау һәм мәктәптә уҡып, хәҙер ошо йүнәлештә нисек хәрәкәт итә алыуҙарын аңлау мөмкинлеге бирә. Ғөмүмән, йәш эшҡыуарҙар иҡтисад өсөн үҫеш драйверҙары булып тора, ә беҙҙең хәҙерге аудитория – Рәсәйҙең һәм Башҡортостан Республикаһының киләсәге. Беҙҙең бурыс – эшҡыуарлыҡ башланғыстары һанын арттырыу.
Ранис Хәсәнов, Башҡортостан Республикаһы «Беренселәр хәрәкәте» Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәте төбәк бүлексәһе советы рәйесе, Башҡортостан Башлығының балалар һәм йәштәр йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү буйынса кәңәшсеһе:
"Башҡортостан үҙ майҙансыҡтарында эшҡыуарлыҡ фестивален үткәреүсе 10 пилот төбәктең береһе булды. Бөгөн бында республиканың 63 муниципалитетынан 14-17 йәшлек 400-ҙән ашыу бала йыйылды. Уларҙың бизнеста ҙур тәжрибәһе бар. Төбәк һәм федераль спикерҙарҙы тыңлау тағы ла тәжрибә туплай мөмкинлеге бирә. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт университетының бер нисә майҙансығында лекциялар ғына түгел, шулай уҡ интерактивтар, оҫталыҡ дәрестәре һәм балалар ҡатнашлығында викториналар үткәрелде. Киләсәктә был өлкәне үҫтерергә ниәтләйбеҙ».
Башҡортостанда эшҡыуарҙарҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса вәкиле Ирина Абрамова ҡатнашыусыларҙы тәбрикләне:
«Беҙ иҡтисади яҡтан гөрләп торған илдә һәм матур төбәктә — Башҡортостан Республикаһында йәшәйбеҙ. Беҙҙең республика — Рәсәйҙең иң сәскә атҡан төбәктәренең береһе, бизнесты үҫтереү өсөн бөтә шарттар бар. Башҡортостанда бизнес-шерифтар институты булдырылған. Бизнес — ул идея, мотивация, азатлыҡ, ҙур яуаплылыҡ, белем һәм әлбиттә, эшҡыуарлыҡ – ижад», — ти Ирина Абрамова.
Фотолар М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетынан алынды.