

Сибай ҡалаһының 9-сы лицейы уҡыусылары Ислам Таһиров менән Айгиз Юнысбаев 78 йәшлек инәйҙең аҡса янсығын һәм банк картаһын табып ала һәм полицияға хәбәр итә. Баҡтиһәң, малайҙар кис көнө самокатта йөрөгәндә юлда ятҡан көшөлөктө күреп ҡала. Уның эсендә 1 мең һум аҡса һәм банк картаһы була. Малайҙар күп уйламайынса полицияға хәбәр итергә ҡарар итә.
- Балалар үҙҙәренең табышы хаҡында һөйләне. Янсыҡта 1 мең һумлыҡ купюра һәм банк карточкалары ята ине, - ти Рәсәй Эске эштәр министрлығының Сибай ҡалаһы буйынса бүлегенең өлкән инспекторы Радмир Әхтәр улы Зарипов. - Беҙ юғалған әйбер хужабикәһенең адресын асыҡланыҡ, ул 78 йәшлек пенсионер Зөһрә Ғәлимйән ҡыҙы Әбделғужина булып сыҡты.
Ә инәйҙең табылған көшөлөгөн күргәс, ҡыуаныуы!..
Ислам менән Айгизгә "афарин!" тип әйтергә генә ҡала.
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.