Йәмғиәт
9 Июнь 2023, 11:01

Күркәм дә, нурлы ла баш ҡалам!

Ул хәҙерге заман талаптарына яуап бирә.

ufacity.infoufacity.info
Фото:ufacity.info

Баш ҡалабыҙ Өфө – Рәсәйҙең миллиондан ашыу кеше йәшәгән иң ҙур ҡалаларының береһе, ул Ағиҙел менән Ҡариҙел йылғалары араһында тиҫтәләрсә километрға һуҙылған. Өфөнөң тарихы Аксаков, Нестеров, Шаляпин, Нуриев исемдәре менән бәйле, ә бейек йылға яры буйында илебеҙҙең иң бейек атлы статуяһы – башҡорт халҡының милли геройы Салауат Юлаев ҡаршы ала. Ҡала ҡунаҡтарына күрһәтәһе иҫтәлекле урындар бында бихисап. Киләһе йыл иһә баш ҡалабыҙҙың 450 йыллыҡ оло юбилейы билдәләнәсәк. Байрам тантанаһына тиклем Өфөнөң йөҙө тағы ла күркәмләнәсәк, бихисап социаль-ижтимағи объекттар асыласаҡ, ҡала инфраструктураһы камиллаштырыласаҡ.

 

Тарихы тәрән, төрлө яҡлы

 

Ғалимдар раҫлауынса, “Өфө” атамаһы “уба” – ҡалҡыулыҡ һүҙе­нән килеп сыҡҡан, шул уҡ ваҡытта башҡа фараздар ҙа байтаҡ. Һәр хәлдә, дошмандан тәбиғи һаҡлаусы биләмә бында палеолит осоронда уҡ булған. Өфөләге төп археологик табылдыҡтар урта быуатҡа бәйле, ул ҡаланың көньяҡ өлөшөндә дүрт метрлыҡ мәҙәни ҡатламды сағылдырған Өфө-II ҡаласығы булараҡ билдәле.

Ҡалаға иһә нигеҙ, Башҡортостан Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, 1574 йылда Сутолока йылғаһы Ағиҙелгә ҡойған урында һалынған. Тәүҙә острог төҙөйҙәр, һуңынан уның статусын кремлгә тиклем күтәрәләр. XVIII быуат уртаһында ул янып бөтһә лә, властар яңы, тағы ла ҡеүәтлерәк һәм ыша­ныслыраҡ нығытма төҙөй. 1773-1774 йылдарҙа уны Салауат Юлаев менән бергә Пугачев ғәскәрҙәре ҡамай, ләкин баҫып ала алмай. Тағы биш йылдан һуң был кремль дә янып юҡҡа сыға.

Төбәк шулай уҡ оҙаҡ ваҡыт Ырымбур губернаһы менән бәйле була, 1865 йылда Өфө исемле губерна үҙәгенә әүерелә. 1917 йылғы революциянан һуң, Граждандар һуғышы осоронда, Өфө Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһына әйләнгәнсе йә аҡтар, йә ҡыҙылдар ҡулында була.

Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Башҡортостанға СССР-ҙың көн­байышынан бихисап сәнәғәт предприятиелары эвакуациялана, улар, нигеҙҙә, Черниковкала, Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә урынлаштырыла. 1944 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһынан айырылған был район Черниковский ҡалаһына әүерелә, 1956 йылда уны Өфө составына кире ҡайтаралар. Рәсми булмаған Черниковка исеме беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған. Артабан Өфө химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте үҙәге булып үҫешеүен дауам итә, һәм был уның экология­һына ла йоғонто яһамай ҡалмай.

 

Урал ҡуйынына һыйынып...

 

Ҡала Урал тауҙары ҡуйынында урынлашҡан: был айырыуса Баш­ҡортостандың баш ҡалаһына ингән ерҙә күренә (көньяҡтан һәм көнба­йыштан), юл Ағиҙелдең түбән ярынан бейек яғына күсә. Ҡалҡыу­лыҡ­тар тауҙар, урман менән ҡапланған, ләкин Өфө эргәһендә туристар һәм ҡала халҡы өсөн билдәле урын – Аҫылма ҡаяһы ла бар. Ул Ағиҙел өҫтөндә күренеп тора – 12 ҡатлы йорт бейеклегендә. Юл асыҡ, теләгән кеше барып ҡарай ала.

Баш ҡалабыҙҙың тағы бер үҙен­сәлеге – уны төрлө яҡтан йылғалар уратып алған, шул иҫәптән респуб­ликаның төп йылғаһы Ағиҙел, шулай уҡ Ҡариҙел һәм Дим. Йылға ярҙарындағы бейеклектәрҙең тәби­ғи рельефы ҙур спорт ҡоролма­лары – Черниковкаға ингән ерҙә биатлон комплексы, осоусылар өсөн трамплин төҙөү маҡсатында файҙаланылған.

 

Заман заңына ярашлы

 

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Өфөлә тарихи төҙөлөштәр һаҡланмаған тиерлек. Кремлдәр батша заманында уҡ янып бөткән, совет осоронда күп кенә дини объекттар һәм башҡа йорттар юҡҡа сығарылған.

Заманында Иҫке Өфө күркәм баҡсалар менән уратып алынған, бер һәм ике ҡатлы сауҙагәрҙәр йорттарынан торған үҙенсәлекле район булған. Улар ҙа бөгөн юҡ, урындарында – хәҙерге заман төҙөлөш объекттары.

Ғөмүмән, үткән быуаттың 90-сы йылдарынан башлап ҡаланың йөҙө ҙур үҙгәрештәр кисерә: XIX–ХХ быуат башы биналарының күбеһе бер типтағы күп ҡатлы йорт­тарға алмаштырылған һәм боронғо Өфөнөң тарихи рухы тулыһынса юҡҡа сыға тиерлек. Бөгөн ҡала ту­лы­һынса заман талаптарына яуап бирә, художество йәһәтенән ярайһы үҙенсәлекле объекттар ҙа бар. Һаҡланып ҡалған һәйкәлдәр, бихисап парктар ҡала архитек­тураһының һыҙаттарын билдәләй.

XXI быуаттың үҙ ҡанундары, һәм Өфөлә ҙур юбилей саралары, халыҡ-ара осрашыуҙар, фестивал­дәр, эшлекле форумдар йыш үтә. Ҡунаҡтарға күрһәтерлек күркәм урындар бихисап. Мәҫәлән, ҡала­ның көньяҡ, тарихи өлөшөндәге архитектура ҡомартҡылары яҡшы реставрацияланған. Ҡыҙыҡлы объекттар –  1904 йылда төҙөлгән ҡунаҡхана; артабан ул Офицерҙар йортона әүерелгән. Сауҙагәрҙәр Костерин менән Черников иһә ҡасандыр мансарда менән биҙәлгән иркен Ҡунаҡ йорто төҙөткән, аҙаҡ ул таможняға әүерелгән. Сәнғәт академияһы Дворяндар йыйылышы бинаһында, Милли музей элекке Крәҫтиән ер банкы офисында урынлашҡан. Лаптевтар йорто – художество музейына, ә Аксаковтың Халыҡ йорто Опера театрына әүерелгән.

Совет заманында Өфөлә бер генә мәсет Салауат Юлаев исемен­дәге баҡса эргәһендә Беренсе йәмиғ мәсете булған һәм ул һаман да сафта. Ярым түңәрәк көмбәҙле бер манаралы был матур бина йыраҡтан, Өфөгә ингән урындан уҡ күренә. Шулай уҡ халыҡ ара­һында иң популяр дини урындар­ҙың береһе – ҡаланың төньяҡ өлөшөндә, Еңеү паркы һәм биатлон комплексынан алыҫ түгел урын­лашҡан “Ләлә-Тюльпан” мәсетен билдәләп үтергә кәрәк. Ул үҙенсә­лекле архитектураһы менән дә иғтибарҙы йәлеп итә: асылмаған ләлә сәскәһен хәтерләткән ике манара шулай уҡ йыраҡтан үҙенә тартып тора.

Япон архитекторы Киокадзу Араи менән Ришат Муллагил­дин­дың берлектәге эше – “Торатау” кон­гресс-холы ла ҡала архитек­тура­һы менән уңышлы берләште. Бер яҡтан ҡараһаң, ул ҙур тамсыны хәтерләтә, икенсе яҡтан китҡа оҡшаған. Нисек кенә булмаһын, ул ҡала йөҙөн билдәләгән объекттар иҫәбендә.

Әлбиттә, баш ҡаланың ғына түгел, тотош республиканың символы – Ағиҙел йылғаһының бейек ярында урынлашҡан Салауат Юлаев һәйкәле. Башҡорт халҡының милли батырына ҡуйылған һыбай­лы статуяның авторы – осетин скульпторы Сосланбәк Тавасиев. Ҡырҡ тонналыҡ, туғыҙ метрлыҡ һынды 1967 йылда 13 метрлыҡ постаментҡа урынлаштырғандар. Һуңғы йылдарҙа һәйкәлдең эргә-тирәһе лә яңыртылды: майҙанды ҡурай сәскәһе формаһындағы фонтандар комплексы биҙәй, Ағиҙелгә төшөү урыны тәртипкә килтерелде, төҙөкләндерелде. Был халыҡтың – иң яратҡан ял урындарының береһе.

Икенсе мөһим һәйкәл – Баш­ҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуының 400 йыллығына тәүге Өфө ҡәлғәһе урынында ҡуйылған Дуҫлыҡ монументы. Алһыу граниттан яһалған 30 метр­лыҡ стела – башҡаса яланғас­ланмаҫ ҡылыс символы. Һәйкәл килешеү төҙөгән мәлде һүрәтләгән рельефтар менән биҙәлгән. Стела­ның ике яғында – рус һәм башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары һындары. Билдәле һәйкәлдәрҙән тыш, Өфөлә ҙур булмаған скульптура композициялары – урам һепереүсе, аҡыллы өкө, көтөүҙә йөрөгән аттар, уҡыусы малай һәм ҡыҙ, татыу ғаилә һәм башҡалар бар.

Башҡорт дәүләт опера театры эргәһендәге башҡорт халыҡ леген­даһына нигеҙләнеп эшләнгән “Ете ҡыҙ” фонтаны ла иғтибарға лайыҡ.  Әйткәндәй, Өфөләге театр бинала­рының күбеһе – архитектура ҡо­март­ҡылары. Шул уҡ Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры бинаһын алайыҡ. Ул башта бил­дәле рус яҙыусыһы Сергей Аксаков вафатының 50 йыллығына ҡарата Аксаков халыҡ йорто булараҡ төҙөлгән, бинала классика һәм көнсығыш стилдәре берләшкән. Бинала Өфөлә, тап шунда бейеү карьераһын башлаған Рудольф Нуриевтың һыны менән барельеф урынлаштырылған. Скверҙа – мәшһүр башҡорт композиторы Заһир Исмәғилевкә һәйкәл ҡуйылған. Ҡурсаҡ театрының да үҙенсәлектәре бар: ул мозаика һәм сәғәттәр менән биҙәлгән. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма, “Нур” татар театры заман мосолман архитектураһы өлгөләре булып тора.

Өфөлә музейҙар ҙа күп. Улар араһында Башҡортостандың Милли музейы, Михаил Нестеров исемендәге художество музейы, Еңеү паркындағы Хәрби дан музейы, тарихи музейҙар һәм башҡалар бар.

Баш ҡалабыҙҙы айырып торған тағы бер үҙенсәлек – Өфөлә парк­тар, аллеялар, йәшеллек утрау­ҙары күп. Һуңғы йылдарҙа улар төҙөкләндерелә, заманса йыһаз­лан­дырыла һәм халыҡтың яратҡан ял урынына әйләнгән.

...Һис шикһеҙ, Өфө ҡалаһының 450 йыллығы республикабыҙ тормо­шондағы ҙур тарихи ваҡиға буласаҡ. Уға әҙерлек сараларының федераль кимәлдә алып барылыуы ла датаның мөһимлеген раҫлай.

- Гүзәлиә БАЛТАБАЕВА

Читайте нас