

Ил сигендә Ватаныбыҙ мәнфәғәттәрен, хәүефһеҙлеген яҡлап ҡулына ҡорал алырға мәжбүр булған ир-егеттәребеҙгә, халыҡ әйтмешләй, бөтә ил менән ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәтелә. Халҡыбыҙ ауыл-ауыл, район булып та, коллективтар менән дә берләшеп, яугирҙәргә кәрәк-яраҡ, яу яланында файҙаһы тейерҙәй әйберҙәр туплап, гуманитар йөк оҙата тора. “Йәншишмә” гәзитендә эшләгән коллегаларыбыҙҙың ошондай изгелекле ғәмәле – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙға ярҙам йөҙөнән үткәргән акцияһы тураһында булыр һүҙебеҙ. Бәләкәй генә редакция ағзалары, гәзиттең тоғро дуҫтары булған абруйлы шағирәләр менән бергәләп әллә күпме кешене туплап, шаҡтай ярҙам ойоштороуға өлгәшә.
Акция нисек башлана?
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова менән “Йәншишмә” гәзитенең абруйлы хеҙмәт ветераны, билдәле шағирә Зөһрә Ҡотлогилдинаның идеяһынан башлана был акция. Яңы йыл алдынан Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы редакцияға махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан бер нисә яҡташының балаларына “Йәншишмә”не яҙҙыртырға тип килә. Һүҙ ыңғайы ул: “Яҡташтарым әйтеүенсә, һалдаттар ҡулъяулыҡ та һорай икән. Шуларҙы ебәрергә ине”, – ти.
Әңгәмәлә нәҡ ошо көндә туған редакцияһына ҡунаҡҡа килгән Зөһрә апай Ҡотлогилдина ла ҡатнаша. Шул арала ул Гөлфиә апайҙың һүҙҙәрен күтәреп тә ала һәм гәзиттә акция иғлан итергә саҡыра. “Йәншишмә”нең уҡыусылары, ата-әсәйҙәр, өләсәйҙәр, уҡытыусылар, һалдаттарға ҡулъяулыҡтар йыйып ебәрәйек. Бәлки, кемдәрҙер сигеп тә әҙерләр”, – тип тәҡдим итә. Был фекерҙе гәзиттең баш мөхәррире Мирсәйет Юнысов, хаттар бүлеге хәбәрсеһе Зөһрә Хәкимова, башҡалар ҙа хуплай. Ҡулъяулыҡ менән генә сикләнмәй, йылы ойоҡбаш, бейәләй, гигиена әйберҙәре, башҡа кәрәкле нәмәләр йыйырға, боҙолмай торған ризыҡ, татлы күстәнәстәр ҙә һалырға тип килешәләр. “Уҡыусылар хаттар ҙа яҙыр, һүрәттәр ҙә төшөрөп ебәрер әле”, – ти Зөһрә Хәкимова һәм яңылышмай. Балалар, саҡырыуҙы ҡабул итеп, мәрхәмәтлек акцияһына ихлас ҡушыла.
Республиканың төрлө тарафтарынан ярҙам килә
Ҡышҡы каникул көндәрендә эш башланып та китә. Зөһрә Сәлимйән ҡыҙы эшҡыуарҙарҙы ла ситтә ҡалмаҫҡа саҡыра, бағыусыларҙы ойоштора, икенсе Зөһрә – гәзит хеҙмәткәре Зөһрә Хәкимова социаль селтәрҙәр аша башҡорт теле уҡытыусыларын туплай: улар аҡсалата ярҙам күсерә, уҡыусылары менән хаттар яҙып, һүрәттәр төшөрөп ебәрә. Республикабыҙҙың төрлө райондарынан килә ярҙам. Ике шағирә, кибеттәр буйлап йөрөп, яугирҙәргә ҡулъяулыҡтан алып башҡа кәрәк-ярағына ҡәҙәр һатып ала, әйберҙәр менән бергә күстәнәстәр ҙә туплана. Йыйылған бар нәмә редакцияла ҡаптарға тултырыла, уларҙың тышына “Башҡортостандың балалар һәм үҫмерҙәр гәзите – “Йәншишмә” коллективы, уҡыусылары, уҡытыусыларынан – Миңлеғәле Шайморатов, Александр Доставалов, Салауат Юлаев исемендәге батальон һалдаттарына, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙға” тип яҙыла. Гөлфиә Юнысова менән Зөһрә Ҡотлогилдина яугирҙәргә арнап шиғырҙар ижад итә. Акция барышында йәмғеһе 50 мең һумдан ашыу аҡсаға кәрәк-яраҡ алына. Әйберҙәрҙе баш мөхәррир менән Өфөләге Берҙәм логистика үҙәгенә алып барып тапшыралар, һәм яҡташтарының йөрәк йылыһын, изге күңел кисерештәрен туплаған 13 ҡумта яуҙағы Башҡортостан ир-егеттәренә оҙатыла.
Хаттар, хаттар...
Акцияла ҡатнашҡан балалар күңел йылыһын һалып яҙған хаттарҙы тулҡынланмайынса уҡып булмай. Шуларҙың бер нисәһен уҡып китмәһәк, яҙыҡ булыр.
“Һаумы, ҡәҙерле һалдат!
...Яҡындарығыҙ өсөн борсолмағыҙ. Борсолоуҙар яу ҡырында булғанда ҡамасауларға мөмкин. Мин һинең иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуыңа ышанам! Шул көндө түҙемһеҙлек менән көтәм. Һиңә әле еңел түгел, дөрөҫөрәге, бик ауыр. Әммә минең һиңә ярҙам иткем килә. Мине лә үҙеңдең яныңда итеп хис ит. Һиңә һаулыҡ, түҙемлек, көс теләйем. Оҙаҡламай, бик тиҙҙән, бөтәһе лә һәйбәт тамамланырына ышанам. Һеҙгә ҙур рәхмәт! Еңеү беҙҙең яҡта буласаҡ. Мин генә түгел, бөтә Рәсәй халҡы шулай уйлай. Бөтәһенән дә нығыраҡ һеҙҙе ғаиләләрегеҙ көтә. Ышанам: барыһы ла һәйбәт булыр! Ошо хатымдың һиңә көс биреүен, күңелеңде йылытыуын теләйем. Тиҙерәк әйләнеп ҡайтығыҙ! Беҙ тыныс тормошта йәшәһен өсөн һин ғүмереңде хәүеф аҫтына ҡуяһың. Ошо батырлыҡ менән ғорурланабыҙ. Яныңда үҙең кеүек яҡшы иптәштәр булһын. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Беҙ еңеүгә ышанабыҙ!” – тип яҙа Баймаҡ ҡалаһынан бер бала. Үтә тулҡынланыуҙанмы, әллә бөтәһенең дә күңел кисерештәрен еткергән һүҙҙәрҙе аҡҡа төшөрөүҙәнме, ул хатта исемен дә ҡуйып тормаған.
Әйткәндәй, аҙағыраҡ ялға ҡайтҡан һалдаттарҙың береһе – “Шах” хәрби ҡушаматлы яугир, Өфө районының Дмитриевка мәктәбенән үҙенә хат яҙған IX класс уҡыусыһы Элина Хәнәфиева менән осрашып, уға рәхмәт әйткән. Хатты ҡәҙерләп һаҡлауын белдергән. Үҙенең 50 йәшлек юбилейының да яу ҡырында үткәнен һөйләгән. Яҡташ һалдаттарҙың сәләмдәрен дә еткергән. Өлкән класс уҡыусылары менән осрашып, уларҙың күп һорауҙарына яуап та биргән.
Яугир ҡулынан гөлләмә алған ҡыҙ ҙа: “Хатымдың меңәрләгән һалдат араһынан тап яҡташыма эләккәненә бик шатландым. Барыһына ла һаулыҡ, рух ныҡлығы теләйем, тыуған яҡҡа, атай-әсәйҙәренә, балалары, ҡатындары янына иҫән-һау әйләнеп ҡайтһындар”, – тип теләктәрен еткергән.
“Һаумы, ҡаһарман яугир! Ҡәҙерле, ҡурҡыу белмәҫ, илһөйәр яугир! Тиҙҙән еңеп, тыуған яҡҡа әйләнеп ҡайтырыңды бөтә халҡыбыҙ менән көтәбеҙ. Дошмандарға бирешмәй, пулялар һыҙғырыуына ла, снарядтар шартлауына ла иғтибар итмәй, һаман алға, Еңеүгә табан атлайһың. Беҙ, уҡыусылар, ватандаштарың, һеҙҙең менән ғорурланабыҙ. Күгебеҙ аяҙ, илебеҙ имен, еребеҙ тыныс, халҡыбыҙҙың киләсәге бәхетле булһын өсөн көрәшәһегеҙ.
Йыраҡ ерҙәрҙә йөрөһәң дә, күңелең һәр ваҡыт тыуған яғыңдалыр. Ауылыңды ышыҡлап торған мөһабәт тауҙар, ат эсергән мул һыулы йылғалар, тау битләүендәге зифа ҡайындар бер ҡасан да күҙ алдыңдан китмәһен. Ә беҙ һеҙгә ҡулдан килгәнсә ярҙам итәсәкбеҙ. Киләсәктә Ватаныбыҙға кәрәкле кеше булып үҫер өсөн тырышып уҡыйым. Класташтарымдан, уҡытыусыларыбыҙҙан сәләмебеҙҙе еткерәм.
Динийәр Моталлапов”.
“Ҡәҙерле һалдаттар – Башҡортостан бөркөттәре! Бөгөн һеҙ, беҙҙең тыныс йоҡобоҙҙо, тәмле ризыҡтарыбыҙҙы, йәмле тәбиғәтебеҙҙе һаҡлап, яу ҡырында йөрөйһөгөҙ, ҡара көстәргә ҡаршы ҡаһармандарса көрәшәһегеҙ. Беҙ, Салауат районы Мөрсәлим мәктәбенең V класс уҡыусылары, һеҙгә үҙ ҡулдарыбыҙ менән кескәй генә бүләк әҙерләнек. Аҡ туҡымаға нағышланған сәскә – ул беҙҙең йөрәктәрҙән сыҡҡан һөйөү тойғоһо, рәхмәт билгеһе. Ҡәҙерле һалдаттар! Һеҙгә көс-ҡеүәт, сәләмәтлек, яу юлдарының еңел булыуын теләйбеҙ. Яуыз уйлыларҙы еңеп, Тыуған илгә иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ! Беҙ һеҙҙе яратабыҙ һәм ғорурланабыҙ.
Салауат районы,
Мөрсәлим мәктәбе”.
“Тарих тағы ҡабатлана...”
Мирсәйет ЮНЫСОВ, “Йәншишмә” гәзитенең баш мөхәррире:
– Акциябыҙға бик ихлас ҡушылдылар. Айырыуса ҙур рәхмәтебеҙ – башҡорт теле һәм башланғыс кластар уҡытыусыларына. Салауат, Баймаҡ райондарынан ныҡ әүҙем булдылар, Күмертау ҡалаһының Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемендәге 3-сө республика башҡорт гимназия-интернатын да айырым билдәләр инем. Изге ғәмәлде дәррәү күтәреп алып, булышлыҡ ҡылғандары өсөн ҡатнашыусыларҙың барыһына ла ҙур рәхмәт!
Гөлфиә ЮНЫСОВА, Башҡортостандың халыҡ шағиры:
– Әйткән һүҙемде шулай дәррәү күтәрмәләп, тотош акция иғлан итеүҙәре өсөн “Йәншишмә” гәзите коллективына, редакцияның ветераны, ижадташым Зөһрә Ҡотлогилдинаға рәхмәтем сикһеҙ. Яу яланында йөрөгән ир-егеттәребеҙ өсөн беҙҙең, тыныс тормошта тороп ҡалғандарҙың, ярҙамын, теләктәшлеген тойоу үтә мөһим. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында ла халҡыбыҙ яуҙағы улдарын онотмаған, бар көсөн Еңеүгә һалған, ойошҡанлыҡ, берҙәмлек менән бөтә ауырлыҡтарҙы еңеп сыҡҡан. Әлеге һынауҙы ла лайыҡлы үтербеҙ, иншалла. Ҡаһарман яугирҙәребеҙ беҙҙең хәстәрлекте тойһон, рухтарына ныҡлыҡ өҫтәлһен, тип теләйек.
Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА, шағирә, журналистика ветераны:
– Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла республикабыҙ балалары, фронтҡа ярҙам итеп, металл һыныҡтары йыйған. Шуларҙан “Башҡортостан пионеры” тигән танк һәм самолет төҙөлгән. Әле лә ҡулдан килгән ярҙамды күрһәтергә бурыслыбыҙ. Илебеҙҙә тыныслыҡ булһын, һалдаттар иҫән-һау тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтһын өсөн үҙ өлөшөбөҙҙө индерергә тейешбеҙ.
Үткән бөйөк яуҙа ла, илебеҙҙең батыр улдары һәм ҡыҙҙары Тыуған илебеҙҙе һаҡлар өсөн яуға киткәс, тылда ҡалған туғандары менән ике араны өскөл хаттар бәйләй. Һәм бына тағы тарих ҡабатлана... Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан ҡаһармандарыбыҙға өскөл хаттар китә. Уларҙы Башҡортостан уҡыусылары яҙа. “Ҡулъяулыҡ” акцияһына ҡушылып та балалар күп хаттар яҙып ебәрҙе. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының рәйесе Айнур Азамат улы Бирғәлин, һалдаттарҙы һаҡлаһын тип, кеҫәгә һалып йөрөтмәле доғалар китапсыҡтары тапшырҙы. Уларҙы йыйған посылкалар менән ҡуша һалдыҡ.
Йыйылған әйберҙәр араһында йылы ойоҡбаштар, бирсәткәләр, майкалар, башҡа эске кейемдәр, олтораҡтар, еүеш салфеткаларға тиклем бар ине, улар менән редакция бүлмәләре тулды. Ә тәмле күстәнәстәр хаҡында әйтеп тә тораһы түгел: сәтләүек, финик, инжир, ҡаҡ, сәй, кәнфит, ҡуйыртылған һөт, балыҡ консервалары, сәк-сәк, бауырһаҡ... Акциябыҙға ҙур ярҙам күрһәткән “Фруктовый рай” сауҙа нөктәһе хужаһы Элнур Исаговҡа, “Ихлас” мәсетенең имам-хатибы Альфред Дәүләтшинға, әллә күпме сәк-сәк бешереп килтергән шағирә Ләйсән Кәшфигә айырым рәхмәт әйткем килә.
Зөһрә ХӘКИМОВА, “Йәншишмә”нең хаттар бүлеге хәбәрсеһе:
– Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары, башланғыс класс уҡыусылары менән бергә, акциябыҙға хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары, башҡа уҡытыусылар, дуҫтар, туғандар, эшҡыуарҙар ҡушылды. Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов исемендәге Күмертауҙағы 3-сө республика башҡорт гимназия-интернатының “Аҡбуҙат” фольклор һәм “Айым” театр түңәрәктәренә йөрөгән балалар үҙ ҡулдары менән янсыҡ, ҡулъяулыҡтар сигеп ебәрҙе.
“Ҡулъяулыҡ” акцияһында ҡатнашҡан бөтә изге күңелле кешеләргә ихлас рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
- Рәүилә ҒАТАУЛЛИНА