Йәмғиәт
10 Июнь 2023, 07:15

Ҡатын-ҡыҙ – ул иң-иңе!

Марк Бартон "Мин – ҡатын-ҡыҙ" темаһына лекция уҡыны

Ҡатын-ҡыҙ – ул иң-иңе!Ҡатын-ҡыҙ – ул иң-иңе!
Ҡатын-ҡыҙ – ул иң-иңе!

Өфө ҡалаһының "Торатау" Конгресс-холында "Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе" Бөтә Рәсәй Асыҡ академияһынының икенсе көнө лә бик ҡыҙыу башланды. Сараның тәүге көнөндә "Бәхет биләмәһе" мәрхәмәтлелек фондының попечителлек советы рәйесе Каринэ Хәбированың форумдың төп өс йүнәлешен – һаулыҡты, психологик ярҙамды һәм матурлыҡты айырым билдәләүен, форумда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡатнашыуы сараның мәртәбәһен күтәреүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Психология һәм психотерапия халыҡ-ара институтының ректоры Марк Бартон "Мин – ҡатын-ҡыҙ" темаһына лекция уҡыны. Әйткәндәй, мәҙәниәт усағының концерт залына алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Был күренеш гүзәл заттың төрлө темаға һөйләшеүгә һыуһауы тураһында һөйләй ине. Һәр кем ҡунаҡты йотлоғоп тыңланы.

Марк Бартон республикабыҙҙың күп райондарында һабантуйҙар гөрләп үтеүен әйтеп үтте, ә беҙҙә лә ҡатын-ҡыҙ темаһына һөйләшеү һабантуйы буласаҡ тип алдан уҡ белдерҙе.

– Ҡатын-ҡыҙға үҙ-үҙен күрһәтеү, мөмкинлектәрен тулыһынса тормошҡа ашырыу етмәй, – тине Марк Бартон. – Ошо төшөнсәне бер нисек тә урап та үтә алмайҙар, һикереп тә сыға алмайҙар, ҡыҫҡаһы, ул ҡаршылыҡ булып тик тора.

Марк Бартон билдәләүенсә, кеше, был осраҡта, гүзәл зат позицияһын үҙгәртә алмай йонсой, ошо ҡәнәғәтлек оҙатыуында йәшәй.

– Ҡатын-ҡыҙ – ул иң-иңе, иң бейеге, иң ҡеүәтлеһе, шуны онотмағыҙ, – тине Марк Бартон.

Лектор залға бер нисә гүзәл затты сәхнәгә сығарып, төрлө йүнәлештә әңгәмә ойошторҙо. Мәҫәлән, Әлиә Туймазынан килгән. Уның ата-әсәһенә үпкәһе бар, баҡтиһәң, улар ейәндәренә иғтибарҙы тейешле бүлмәйҙәр икән. Әлиә ханымға тормошта ҡайһы бер әйберҙәрҙе үҙгәртергә, иң беренсе эште үҙенән башларға кәңәш бирҙеләр.

Фото: Илдар Аҡъюлов.

Ҡатын-ҡыҙ – ул иң-иңе!
Ҡатын-ҡыҙ – ул иң-иңе!
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас