Йәмғиәт
10 Июнь 2023, 06:15

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике балаһын гүр ҡуйынына оҙата

Бер ҡыҙының ҡырҡы тулып бер нисә көн үткәс, икенсеһе вафат...

Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике балаһын гүр ҡуйынына оҙатаҠыҫҡа ваҡыт эсендә ике балаһын гүр ҡуйынына оҙата
Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ике балаһын гүр ҡуйынына оҙата

Был ғаиләне мин тыуғандан алып беләм, тиһәм дә хата булмаҫ. Луиза апай Карпиева әсәйемдең әхирәте, класташы. Ул тормош иптәше Нурислам еҙнәй менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙе. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, төпсөктәре Зинира һау тыуһа ла, бәләкәй генә сағынан параличҡа дусар булып, мөмкинлектәре сикләнде. Шулай ҙа, Луиза апай уны даими дауалап ҡыйынлыҡ менән булһа ла, үҙе ҡалаҡ тотоп ашарлыҡ, үҙ аяҡтарында йөрөрлөк итте. Улай ғына түгел, Зинира емертеп өй эштәрен дә эшләне. Үҙе гел алсаҡ йөҙлө, ихлас булды. Беҙ бәләкәйҙән йыш бергә уйнай инек.

Күптән түгел, ошо 2023 йылда, бынан бер нисә ай элек Карпиевтар ғаиләһенә бәлә килде: ҡыҙҙары Айгөлдә, йәш булыуына ҡарамаҫтан, өсөнсө бәпесен табып уға 40 көн тулыуға, яман шеш таптылар. Йәшен тиҙлегендә үрсегән ауырыу хаҡында ишеткәс, Зинира ла аяҡтан йығылды, һәм тағы ла ҡот осҡос хәбәр: уның лейкемия менән ауырыуы билдәле булды. Айгөл апаһынан алда вафат булды Зинира, ҡапыл тоҡанды ла, һүнде...

Айгөлдөң дә хәле көндән көн насарайҙы, уны Санкт-Петербургҡа операцияға алып барырға ҡарар иттеләр. Барып етеү менән ул мәрткә китте, ә кисә генә йән биргән...

Айгөлдөң береһенән-береһе бәләкәй (өс балаһы ҡалды, иң бәләкәсенә әле биш ай ғына).

Балаларҙы Луиза апай көтә.
Луиза апайҙарҙың матди хәле яҡшынан түгел, дауалау сығымдары күп, кредиттар...

Шуға күрә, бер-бер артлы ике ҡәҙерле балаһын юғалтҡан яҡташыма, ауылдашыма, уның ғаиләһенә ярҙам итеүегеҙҙе һорайым, һәм Луиза апайҙың телефон номерын беркетәм (картаға бәйле): 89603808992

Аҡса менәү ярҙам итә алмаһағыҙ, ошо мәғлүмәтте таратырға булышлыҡ итһәгеҙ ине. 🙏

Айгөл Ғәбитова.

Автор:Алсу Аглиуллина
Читайте нас