Йәмғиәт
11 Июнь 2023, 09:00

Һалдаттарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп...

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ағинәйҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына төрлөсә ярҙам итә

Һалдаттарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп...Һалдаттарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп...
Һалдаттарыбыҙҙың иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуын теләп...

Стәрлетамаҡ ҡалаһы ағинәйҙәре махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарына төрлөсә ярҙам итеп килә. Йөнойоҡ бәйләһендәрме, йә иһә гуманитар ярҙам итеп, кәрәк-яраҡ күстәнәстәр йыйһындырмы – барыһын да булдыра. Ә күптән түгел улар яугирҙәребеҙҙең имен ҡайтыуын теләп ҡорбан салған. Әйткәндәй, был ғәмәлдәрен улар “Атайсал өсөн файҙалы эштәр йылы” сиктәрендә лә башҡарып сыҡҡан. Изге көн – йоманы һайлағандар.

“Яугиҙәребеҙ имен-аман йөрөһөн, иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын өсөн, уларға бағышлап ҡорбан салдыҡ. Ҡорбандың бер өлөшөнән ҡорбан ашы ойошорҙоҡ, ҡалған өлөшөн мохтаждарға таратып бирҙек. Һуғышта һәләк булғандарҙың рухына бағышлап изге теләктәр теләнек, был ҡан-ҡойоштар тиҙерәк туҡтаһын, Ер йөҙөндә тыныслыҡ булһын, тип доғалар уҡыныҡ”, - тип һөйләп үтте ҡор етәксеһе Вәсилә Халиҡова.

Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас