Йәмғиәт
13 Июнь 2023, 04:30

Сибайҙар рәхәтләнеп байрам итте

Рәсәй көнө сиктәрендә үткән саралар көн буйына дауам итте

Сибайҙар рәхәтләнеп байрам иттеСибайҙар рәхәтләнеп байрам итте
Сибайҙар рәхәтләнеп байрам итте

Рәсәй көнөн Сибай ҡалаһы халҡы күтәренке кәйефтә ҡаршыланы. Байрам сиктәрендә көн буйына төрлө мәҙәни, спорт һәм күңел асыу саралары дауам итте, күргәҙмәләр эшләне. Кис көнө ҡала мәҙәниәт һәм ял паркында, "Терра, Урал аръяғы" экопаркында ҡаланың иң йәш Рәсәй граждандарына паспорттар тапшырылды. Шулай уҡ шашка-шахмат буйынса ярыштар, волейбол, футбол ярыштары үтте.

Кемдер рәхәтләнеп байрам концертын ҡарап кинәнһә, икенселәр халыҡ оҫталарының бай күргәҙмәләре менән танышты, балалар өсөн дә төрлө уйын, күңел асыу саралары, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.

Фото: "Сибайский рабочий"

Сибайҙар рәхәтләнеп байрам итте
Сибайҙар рәхәтләнеп байрам итте
Сибайҙар рәхәтләнеп байрам итте
Сибайҙар рәхәтләнеп байрам итте
Сибайҙар рәхәтләнеп байрам итте
Автор:Карима Усманова
Читайте нас