Йәмғиәт
13 Июнь 2023, 15:10

Тәртип стеланан башлана

Радий Хәбиров райондар башлыҡтарына стелаларҙы тәртипкә килтерергә ҡушты. 

Тәртип стеланан башланаТәртип стеланан башлана
Тәртип стеланан башлана

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ҡала һәм район сигендә стелаларҙы яңыртыу мәсьәләһе ҡаралды.

Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Алан Марзаев республикала бөтәһе 252 стела булыуын хәбәр итте. Уларҙың күпселеге – 226-һы – тейешле хәлдә. Бынан тыш, быйыл 11 стела ремонтлана башланы. Эштәрҙе 2023 йылдың 1 авгусына тиклем тамамлау күҙаллана.

– Инеү стелаһы – ул һәр ҡаланың һәм райондың визит карточкаһы, – тип билдәләне Алан Марзаев. – Туғыҙ муниципалитетта 15 стела авария хәлендә, улар алмаштырыуҙы талап итә. Ҡорамалдың хаҡы 500 меңдән 3 миллион һумға тиклем.

Төбәк етәксеһе район хакимиәттәре башлыҡтарына 2023 йылдың сентябрь уртаһына тиклем стелаларҙы яңыртырға ҡушты. Башҡортостан Башлығының Контроль идаралығы йомғаҡлау күсмә тикшереүҙәрен уҙғарасаҡ.

– Был - тәү сиратта муниципалитеттарҙың эше. Мәҫәлән, Бәләбәй районының Приют ҡасабаһындағы стеланы яңыраҡ ҡына ҡуйҙыҡ. Хәҙер ул шундай ҡурҡыныс хәлдә, – тине Радий Хәбиров. – Сентябрь урталарында башлыҡтар стелаларҙы нисек тәртипкә килтереүҙәре тураһында отчет бирһен өсөн ошо мәсьәләгә әйләнеп ҡайтырбыҙ.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас