

14 июндә Сергей Кириенко рәйеслегендәге Координация комитеты ултырышында быйыл гражданлыҡ йәмғиәте үҫешенә Рәсәй Президенты грантын алыуға икенсе конкурстың һөҙөмтәләре билдәләнде.
Ярҙамға илдең 88 төбәгенән 11 379 йәмәғәт башланғыстары дәғүә итә. Конкурс 11 йүнәлеште берләштерә: граждандарҙың һаулығын, тарихи хәтерҙе һаҡлау, ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡҡа ярҙам итеү һәм башҡалар.
Координация комитеты ҡарары менән дөйөм 75 миллион һум күләмендәге грантҡа 49 социаль яҡтан йүнәлешле республиканың коммерцияға ҡарамаған ойошмалары лайыҡ булды.
Рәсәйҙә еңеүселәр һаны буйынса лидер төбәктәр рейтингында Башҡортостан Санкт-Петербург һәм Һамар өлкәһенән ҡала 3-се урынды биләй.
Иң ҙур проект - йылдың еңеүсеһе – “Социомәҙәни моделләү үҙәге” йәмәғәт һәм гуманитар фәндәр үҫеше буйынса автономлы коммерцияға ҡарамаған ойошманың “Йәш этнополитолог мәктәбе”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Президент гранттары фондының тәүге конкурсында 2023 йылда Башҡортостандан 57 проект еңеүсе булғайны.