Йәмғиәт
15 Июнь 2023, 09:00

Телдәр Баязит көлдөрә

Йырсы Дамир Тайыповтың улы Баязит өй алдында ҡар ҙа көрәне, атаһына ҡатыҡ та туҡып бирҙе... Хәҙер йырлай башлаған.

Телдәр Баязит көлдөрәТелдәр Баязит көлдөрә
Телдәр Баязит көлдөрә

Сәскәләрҙән сәскәләргә

Күбәләктәр осалар.

Күбәләктәрҙән дә матур

Шаян ҡыҙҙар, малайҙар.

Ҡушымта:

Турғайҙар оса пыр-пыр,

Бесәй иркәләй мыр-мыр.

Беҙ йырлайбыҙ, беҙ уйнайбыҙ,

Бейейбеҙ тыпыр-тыпыр...

Ошолай тип йырлап торған Баязит, ҡабаланып, "микрофонын" атып бәрҙе. Уның атаһына "Хәҙер килермен, яраймы?" тип ҡайҙа ашыҡҡанын "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге беҙҙең төркөмдәге видеояҙманан ҡарап белерһегеҙ. Бергәләшеп ихлас көлөп алайыҡ. Иҫән-һау бул, бәләкәс!

Фото: yanshishma.com

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас