Йәмғиәт
16 Июнь 2023, 08:49

43 йыл рәттән көн дә мөғжизәгә шаһит

vk.com/wallvk.com/wall
Фото:vk.com/wall

“Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсының “Медицина ойошмаһының иң яҡшы етәксеһе” номинацияһында беренсе урынды Өфө ҡала клиник перинаталь үҙәгенең баш табибы Зөһрә Гурова яуланы.

Зөһрә Ғилмешәриф ҡыҙы Гурованың хеҙмәт стажы – 43 йыл. Ул – Башҡортос­тандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, республи­каның һаулыҡ һаҡлау отличнигы, медицина фәндәре кандидаты.

Хеҙмәт стажын республика балалар дауаханаһында шәф­ҡәт туташы булып баш­лаған. 2013 йылда 3-сө бала табыу йортона баш табип итеп тәғәйенләнгән. 2023 йылдың 1 февраленән был ойошма Өфө ҡала клиник перинаталь үҙәге итеп үҙгәртелгән. 

Акушер-гинеколог – иң изге һөнәр эйәләренең бере­һе. Ул донъялағы иң ҙур мөғ­жизәгә – сабый тыуыуына ша­һит була. “Быға күнегеп булмай. Һәр баланың тыуыуы – үҙе мөғжизә. Эшемде яратам һәм беҙҙең бала табыу йортонда сабыйҙары донъяға килгән ҡатындарҙың бәхетле йөҙ­ҙәрен күрәм, – ти табибә. – Баш­ҡорт­остандағы барлыҡ ҡа­тындарға сәләмәтлек, әсәлек бәхете теләйем. Балалары һәр саҡ ҡыуандырып ҡына торһон. Ә беҙ эшләүҙе, камиллашыуҙы, яңы диагностикалау һәм дауалау ысулдарын сафҡа индереүҙе, уңайлы шарттар булдырыуҙы дауам итәсәкбеҙ”.

Айһылыу НИЗАМОВА

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас