Йәмғиәт
16 Июнь 2023, 08:50

“Беҙгә сәләмәтлек бүләк ителгән”

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

“Йылдың иң яҡшы табибы” республика конкурсында Йәмәғәтселек сәләмәтлеге һәм медицина иҫкәртеүе үҙәге табип-методисы Сара Хәйҙәр ҡыҙы Әхтәмова “Иң яҡшы табип-эксперт” номинацияһында еңеүсе тип танылды.

Сара Әхтәмова 1986 йылда Башҡортостан дәүләт медицина институтын тамамлаған. Ул 40 йылға яҡын медицина һағында тора. “Тыуғандан уҡ беҙгә оло ҡиммәт – сәләмәтлек бүләк ителгән. Уның ҡәҙерен белергә, ғүмер буйы һаҡларға кәрәк”, – ти ул. Ул шулай уҡ һаулыҡ һаҡлауҙың, диспансерлаш­тырыуҙың мөһимлеге, уларҙы инҡар итмәү кәрәклеге тураһында әйтте.

Эйе, диспансерлаштырыуҙың мөһим икәнлеген аңлайбыҙ, тик ниңәлер күптәребеҙ уны үтергә ашыҡмай, ә республикалағы һәр өсөнсө бәлиғ булған кешене диспансерлаштырыу ҡаралған. Әгәр ошо әйтелгәндәр теүәл үтәлһә, әллә күпме сир ваҡытында иҫкәртелер, бихисап ғүмер ҡотҡарылыр ине. Медицина хеҙмәткәрҙәре белде­реүенсә, сирҙе иртә диагностикалау һөҙөмтәһендә әллә күпме күңел­һеҙ хәлде кисектерергә мөмкин. Әйт­кәндәй, Башҡортостан табиптарының йыуан эсәктәге яман шеште асыҡлау буйынса тәжрибәһе яҡшы тип танылған һәм Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан Рәсәйҙең башҡа төбәк­тәренә таратыу өсөн тәҡдим ителгән.

Айһылыу НИЗАМОВА

Өфө ҡалаһы.

Читайте нас