Йәмғиәт
16 Июнь 2023, 16:00

"Борсолмағыҙ, мин – иҫән!"

Артур Хәсәнов тураһында насар хәбәр таралғайны...

"Борсолмағыҙ, мин – иҫән!""Борсолмағыҙ, мин – иҫән!"
"Борсолмағыҙ, мин – иҫән!"

“Кейек ҡаҙ юлдары” йырын башҡарып ҙур популярлыҡ яулаған Артур Хәсәнов былтыр көҙ махсус хәрби операцияға киткәйне. Моңло тауышлы егетте Башҡортостан халҡы бик яратты, ә йыры хәрбиҙәрҙең гимнына әйләнде.

Әммә һуңғы көндәрҙә интернет селтәрендә насар хәбәр таралды: йәнәһе, Артур алыш ваҡытында һәләк булған. Журналистар быны асыҡлау маҡсатында уның ағаһы менән аралашты һәм ул Артур менән барыһы ла яҡшы тине.

Ә ошо көндәрҙә иһә Артур үҙе лә бәйләнешкә сыҡҡан.

“Минең менән барыһы ла һәйбәт, борсолғанығыҙ өсөн рәхмәт. Төрлө имеш-мимешкә ышанмағыҙ”, – тигән ул.

Артурҙың һәм башҡа яугирҙәребеҙҙең тиҙерәк иҫән-һау һәм еңеү менән ҡайтыуын теләйбеҙ.

Фотоо:социаль селтәрҙәр. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас