

Шәфҡәт туташы һөнәренең бик кәрәкле, шул уҡ ваҡытта ауыр ҙа, яуаплы ла икәнлеге хаҡында яҡшы беләбеҙ.
Өҫтәүенә был хеҙмәт эйәләренә тажзәхмәт кеүек хәҙерге заман сирҙәренә ҡаршы көрәшергә, шул уҡ ваҡытта төрлө хәлдәрҙә төрлө холоҡло кешеләр менән эшләргә тура килә. Уларҙың ихласлығы, шәфҡәтле уйҙары сирлеләр күңеленә туранан-тура юл һала.
Шәфҡәт туташы Ынйы Вәлиева Ҡыйғы районының Октябрь ауылында ишле ғаиләлә һигеҙенсе бала булып донъяға килгән. Әсәһе ошо ауылда – уҡытыусы, атаһы бригадир булып эшләгән. Бала сағынан атаһы ҡыҙының медицина юлын һайлауы тураһында хыялланған. Хәҙер ике ҡәҙерле кешеһе лә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡты донъяла юҡ инде.
Ынйы Нәғим ҡыҙының Силәбе өлкәһенең Һатҡы медицина училищеһын тамамлауына 30 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Ҡулына диплом алғас, Түбәнге Ҡыйғы ауылындағы “Умырзая” балалар баҡсаһына эшкә урынлаша. Артабан ошо уҡ ауылдағы дауаханала –шәфҡәт туташы, аҙаҡ – балалар, әле психотерапия бүлексәһендә шәфҡәт туташы булып эшләй.
Ынйы Нәғим ҡыҙы ире Камил менән өс бала тәрбиәләйҙәр. Өлкәндәре Рушана менән Рушаттың үҙ ғаиләләре бар, бәләкәсе Айбулат мәктәптә белем ала.
“Атайым медицина өлкәһендә эшләүемде теләгәйне. Уның был уй-теләгенә ҡаршы килмәнем һәм һис тә үкенмәйем”, – ти ул.
Айһылыу НИЗАМОВА
Ҡыйғы районы.