

Ғафури районының тауҙар ҡуйынына һыйынып ҡына ултырған “Красноусол” шифаханаһына яңы һулыш инә. Корпустарҙы реконструкциялау, яңы медицина ҡорамалдары алыу, белгестәрҙе эшкә йәлеп итеү буйынса ҙур эш башҡарыла.“Красноусол” шифаханаһы яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры, медицина фәндәре докторы, халыҡ-ара экология, хәүефһеҙлек фәндәре академияһы академигы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Рәсәйҙең атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған төҙөүсеһе Рәмил Рафаил улы БӘҘРЕТДИНОВ менән әңгәмәбеҙ һаулыҡ йортонда һуңғы осорҙа башҡарылған эштәргә, үҙгәрештәргә ҡағылды.
– Рәмил Рафаил улы, һеҙҙең шифахана нимәһе менән үҙенсәлекле? Һүҙҙе ошонан башлайыҡ.
– “Красноусол” курорты – республикабыҙҙың 99 йыллыҡ тарихы булған боронғо һаулыҡ йорто. Ул һыу сығанаҡтарына, шифалы батҡаҡтарға, үҙенсәлекле үҫемлек донъяһына бай таулы-урманлы хозур ерҙә урынлашҡан.
Шифахана эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – аҙыҡ эшкәртеү органдары, һөйәк -мускулдар, матдәләр алмашыныуы, нервы, тын юлы системалары, гинекология, урология, тире сирҙәрен дауалау.
Курорттың төп байлығы – бай тәбиғи дауалау факторҙары: уртаса климат, дүрт төр минераль һыу.
– “Красноусол” шифаханаһына етәксе булып тәғәйенләнеүегеҙгә бер йыл үтте. Шифахананы киңәйтеү буйынса ниндәй пландар бар?
– Перспективалар тураһында әйткәндә, “Красноусол” шифаханаһын үҫтереүҙең комплекслы программаһы эшләнде. Киләһе йылда шифаханаға 100 йыл тулыуы ла – мөһим ваҡиға. Курорттың тәбиғи дауалау потенциалын иҫәпкә алып, койка фондын 650-700-гә тиклем арттырыу планы бар. Был иһә эш урындарын да күбәйтәсәк. Үҙебеҙҙең һәм шифахана-курорт тармағы ғалимдарының фәнни эштәрен ҡулланып, медицина технологиялары спектрын киңәйтәбеҙ һәм практикаға дауалауҙың заманса ысулдарын индерәбеҙ.
– Уҙған йыл һеҙҙең өсөн нисек булды?
– Йыл ябай булманы. Ҡышты ауырлыҡ менән сыҡтыҡ. Йылытыу, һыу менән тәьмин итеү, канализация системаһында авариялар булды. Шуға тәү сиратта инженер селтәрҙәрен капиталь ремонтлауға тотондоҡ.
– Әлеге мәлдә биләмәлә ҙур төҙөлөш эштәре ҡуҙғатылған. Ниндәй үҙгәрештәр бар?
– Бөгөнгө көндә 5-се корпусты ремонтлау бара, уның ҡыйығы ла, инженер коммуникациялары ла алмаштырыла. Шулай уҡ ашхананың түбәһе яңыртыла, һыу бюветында йылытыу системаһы ҡабаттан эшләнә, уның фойеһында дарыухана һәм сувенирҙар өсөн сауҙа киоскын урынлаштырҙыҡ. Яңы һаҡлаулы автотуҡталыш төҙөү тулы көскә бара, һөҙөмтәлә уның майҙаны 2,5 тапҡырға артасаҡ. Барлыҡ эштәр ял итеүселәрҙең уңайлылығын хәстәрләүгә йүнәлтелгән. Ошо маҡсатта 5-се һәм 6-сы корпустар араһында кафе-ашхана төҙөй башланыҡ. Шифахананың барлыҡ биләмәһе буйынса – йылылыҡ, эҫе һәм һалҡын һыу менән тәьмин итеү системаһы, урам яҡтыртҡыстар яңыртыла, энергияны һаҡлаусы лампалар ҡуйыла. Йылылыҡ системаһы, иҙәндәр алмаштырылғандан һуң 3-сө корпуста яңыртылған спорт залы асылды. Был да ял итеүселәр өсөн һөйөнөслө ваҡиға булды. Шулай уҡ биләмәләге эшлектән сыҡҡан юлдарҙы алып ташланыҡ. Әле йәшелләндереү һәм ландшафт эштәре алып барабыҙ.
– Регистратура тирәһендә лә ремонт башланған...
– Үткән йылда уҡ регистратура корпусы ремонтланғандан һуң, шифахананың барлыҡ идаралыҡ аппараты ошо корпусҡа күсерелде. Был иһә персонал эшен тиҙ алып барыуға булышлыҡ итә. Яңы кафетерий асылды, был да беҙҙең ял итеүселәребеҙ өсөн бик уңайлы. Әле йәшелләндереү, төҙөкләндереү саралары күрелә. Быйыл яҙын Хәтер баҡсаһына 130 төп ағас ултырттыҡ. Шулай уҡ шифахананың үҙәк майҙанында төҙөкләндереү эштәре дауам итә.
– Дауалау-диагностика комплексы бинаһына өсөнсө ҡатты төҙөү ниндәй маҡсатта эшләнде?
– Майҙаны 2500 квадрат метрға тиң өс ҡатлы дауалау-диагностика комплексының эсендә реконструкция эштәре тулы көскә бара. Майҙаны ғына артып ҡалманы, яңы эш урындары ла барлыҡҡа килде. Бында профилле йүнәлешле белгестәрҙең кабинеттары, диагностика хеҙмәттәре урынлашасаҡ, шулай уҡ яңы төр медицина хеҙмәттәре, шул иҫәптән түләүлеләре лә, барлыҡҡа киләсәк. Ә өсөнсө ҡатта заманса СПА-үҙәк эшләйәсәк.
– Етәксе өсөн коллективтың берҙәмлеге бик мөһим. Эшегеҙҙе нисек баһалайһығыҙ?
– Ябай булмаған осорҙа хеҙмәт хаҡын күтәреү, эш шарттарын яҡшыртыу арҡаһында берҙәм, төплө коллектив булдыра алдыҡ, тип уйлайым. Әлбиттә, кадрҙарҙың алмашыуы була торған күренеш. Беҙҙә һөнәри оҫталыҡ, эшкә намыҫлы ҡараш, бер-береңә ярҙам итеү кеүек сифаттар юғары баһалана. Бының өсөн коллективҡа рәхмәтлемен. Был ваҡыт эсендә 200-ҙән ашыу юғары квалификациялы белгесте эшкә ҡабул иттек. Улар араһында етәкселәр ҙә, шәфҡәт туташтары ла, хеҙмәтләндереүсе персонал да бар.
Бөгөн шифаханала 567 хеҙмәткәр эшләй. Уларҙың 20-һе – табип, 74-е – шәфҡәт туташы. Араларында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличниктары, атҡаҙанған табиптар бар, 62 процент хеҙмәткәр юғары категорияға эйә. Ял итеүселәр туғыҙ табип-физиотерапевтың хеҙмәтенән файҙалана ала, шулай уҡ невролог, гинеколог, уролог, нефролог, диетолог, эндокринолог, стоматолог, дерматовенеролог, озонотерапевт, гирудотерапевт, педиатр, психологтан консультация алыу мөмкинлеге бар.
– Һеҙ етәкселек итә башлағас ниндәй йүнәлештә эш йәнләнде?
– Йыл дауамына күп ойоштороу һорауҙарын хәл итеүгә өлгәштек. Персоналдың эшен яҡшыртыу, ял итеүселәргә хеҙмәт төрҙәрен киңәйтеү өсөн яңы бүлектәр булдырҙыҡ. Улар – дауалау-диагностика, спорт-һауыҡтырыу, туҡланыу комплекстары, хәүефһеҙлек хеҙмәте, тәьмин итеү һәм сауҙа бүлеге. Был осорҙа шифахана-курорт дауаланыуының профиль программалары эшләнде, байтаҡ өҫтәмә дауалау-һауыҡтырыу саралары булдырылды.
Бөгөн “Красноусол”да ошондай диагностика тикшереүҙәре уҙғарыла: ЭКГ, функциональ, ультратауыш диагностикаһы, клиника-диагностика тикшереүе, фиброгастродуоденоскопия, урофлометрия, денситометрия һәм башҡалар.
Быйыл беҙҙең тарафтан өҫтәмә рәүештә 22 төр медицина хеҙмәттәре индерелде, улар барыһы ла заманса медицина ҡорамалдарында башҡарыла. Әлеге көндә медицина хеҙмәттәрен күрһәтеүҙә шифахананың матди-техник базаһын яңыртыу һәм киңәйтеү маҡсатында 37 берәмек медицина ҡорамалы алынды, шул иҫәптән ҡоро углекислоталы ванналар, магнит терапияһы, яҡтылыҡ, электр менән дауалау өсөн физиотерапия ҡорамалдары һәм башҡалар.
– Ял итеүселәрҙең туҡланыуына ниндәй иғтибар бирелә?
– “Красноусол” шифаханаһында туҡланыуға иғтибар ҙур. Сөнки ул дауалауҙа, ауырыуҙарҙы профилактикалауҙа, һаулыҡты нығытыуҙа мөһим роль уйнай. Ял итеүселәргә швед, заказлы һәм диетик өҫтәлдәр тибындағы ашатыу тәҡдим итәбеҙ. Беҙҙәге туҡланыу төрлөлөгө менән айырыла, урындағы етештереүселәрҙең тәбиғи, экологик яҡтан таҙа продукттары, аҙыҡты эшкәрткәндә заманса технологиялар ҡулланыла. Менюға көн һайын сифатлы ит, балыҡ, һөт ризыҡтары, башҡорт балы, йәшелсә, еләк-емеш индерелә.
– Ял итеүселәр ниндәй шарттарҙа йәшәй?
– Шифаханала ял итеүселәргә төҙөкләндерелгән 10 корпус тәҡдим итәбеҙ, уларҙың һәр береһе үҙенсәлекле архитектура һәм дизайн менән айырылып тора. Холл һәм ҡышҡы баҡсалар ҙа зауыҡ менән эшләнгән.
Йәшәү өсөн уңайлылыҡ кимәле төрлөлөгө ял итеүселәргә һайлау мөмкинлеге бирә: стандарт, ярымлюкс һәм люкс категориялы номерҙар, айырым коттедж бар.
– Әүҙем ял итеү өсөн ниндәй мөмкинлектәр ҡаралған?
– Ял менән тәьмин итеү өсөн беҙҙә яҡшы база булдырылған һәм әүҙем ял яратыусыларға хәстәрлек күрелгән: спорт һәм тренажер залдары, бассейн, сауналар бар, скандинавса йөрөү, мини-гольф, волейбол, футбол уйнау, саңғыла, ҡаргиҙәрҙәрҙә йөрөү һәм башҡа мөмкинлектәр тыуҙырылған.
Шулай уҡ беҙҙә кинозал, музей, китапхана, картиналар галереяһы, бильярд, боулинг, лазер тиры эшләй, уйын һәм концерт саралары, дискотекалар, экскурсиялар уҙғарыла, Көгөш (Усолка) йылғаһы ярында пляж йыһазландырылған.
– Медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән ҡотлап, уларға нимәләр әйтер инегеҙ?
– Иң элек “Красноусол” шифаханаһы коллективын ҡотлар инем һәм, әлбиттә, барлыҡ медицина хеҙмәткәрҙәрен етеп килгән байрам менән тәбрикләйем. Һәммәгеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, һөнәри оҫталыҡ, киләсәккә ышаныс, түҙемлек, коллективта яҡшы мөнәсәбәт, именлек теләйем!
– Әңгәмә өсөн рәхмәт.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА