Йәмғиәт
16 Июнь 2023, 08:46

Иңдәрендә – оло яуаплылыҡ

Заман һынауҙары уларҙы ҡурҡытмай.

А. Ғәйнетдинованың шәхси архивынан.А. Ғәйнетдинованың шәхси архивынан.
Фото:А. Ғәйнетдинованың шәхси архивынан.

Ауыл фельдшеры иңенә ниндәй ҙур яуаплылыҡ һалынғанын һәр кем тиерлек белә. Был һөнәр эйәһенә бер юлы терапевт та, акушер ҙа, хирург та, хатта ҡайһы бер осраҡта психолог та булырға тура килә.

Сығышы менән Дәүләкән районының Мәкәш ауылынан булып, Ҡоръятмаҫҡа килен булып төшкән Айһылыу Фәнил ҡыҙы Ғәйнетдинова Өфөләге 1-се медицина колледжын тамамлаған. Юғары категориялы фельдшер Айһылыу Фәнил ҡыҙының хеҙмәт стажы – 32 йыл. Ул бөгөн дә йәш сағында һайлаған һөнәренә тоғро. Медицина хеҙмәткәренең фиҙакәр хеҙмәте төрлө грамоталар менән баһаланған.

Шәһит Миңнизаһит улы – Айһылыу Фәнил ҡыҙының ныҡлы терәк-таянысы. Был татыу ғаиләлә ике ҡыҙ үҫкән: Әлиә лә, Элиза ла кейәүҙә, үҙаллы тормош көтә.

Ниндәй генә заман булмаһын, фельдшерҙарҙың эше һис еңеләй­мәй, улар һәр заман сирҙәрен еңеп сығырға тырыша. Һынауҙар уларҙы ҡурҡытмай. Аҡ халатлылар паци­ент­тарының һаулығын беренсе урынға ҡуйып, ең һыҙғанып эшләргә күнеккән.

 Айһылыу НИЗАМОВА

Дәүләкән районы.

Читайте нас