

Тәбиғәттең хозур ерендә, мәғрур Ирәндек тауҙары итәгендә, йәмле Граф күле буйында бер-бер артлы теҙелгән тирмәләр, тирә-йүнде моңға сорнаған йыр-бейеү, кешеләрҙең бер-береһе менән күрешеп, шат йылмайыуы, сабышҡа әҙерләнгән арғымаҡтар, балаларҙың сыр-сыу килеп уйнауы, хеҙмәт алдынғыларының парады менән башланып китте Баймаҡ ерендәге һабантуй.
Хеҙмәт батырҙары тәбрикләнде
Эшсән халҡы, күренекле шәхестәре, данлы һәм шанлы тарихы булған, халҡыбыҙҙың боронғо йола-кәсептәрен, йыр-моңдарын бөгөнгө көнгә тиклем бар тулылығында һаҡлап ҡалған Баймаҡ ерендә һабантуй бер ваҡытта ла ябай ғына үтмәй. Был юлы ла баймаҡтар үҙ асылына тоғро ҡалды һәм милли байрамды юғары кимәлдә үткәрҙе.
Район халҡының шатлығын уртаҡлашырға Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов, туғандаш Илеш районы һәм Ырымбур өлкәһе вәкилдәре килде. Изге традиция буйынса “Һабантуй-2023” байрағын күтәреү хоҡуғы хеҙмәт алдынғылары Варис Ишембәтов менән Зәкирә Ғазинаға бирелде.
– Халҡыбыҙҙың милли байрамын баймаҡтар лайыҡлы ҡаршылай, – тип билдәләне үҙенең сәләмләү сығышында Азамат Фәрит улы. – Ысынлап та, бында эшһөйәр, талантлы, дәртле, егәрле халыҡ йәшәй. Мин һеҙгә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмдәрен еткерәм.
Вице-премьер бер төркөм хеҙмәт алдынғыларына юғары дәүләт наградалары тапшырҙы. Улар араһынан Баймаҡ районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары Азат Шәрипов “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булды.
Азат Булат улының барлыҡ хеҙмәт һәм тормош юлы тыуған төйәге менән бәйле. Райондың ауыл хужалығы предприятиеларында белгес һәм рәйес булып бай тәжрибә туплаған Азат Шәрипов бына байтаҡ йылдар инде хакимиәт башлығының ауыл хужалығы буйынса беренсе урынбаҫары вазифаһын уңышлы башҡара. Ошо йылдар эсендә Азат Булат улы үҙен оҫта ойоштороусы, булдыҡлы, халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эшләгән етәксе итеп танытты, ысын мәғәнәһендә оло ихтирам һәм абруй ҡаҙанды.
Балалар уйындары – байрам биҙәге
Байрам саралары балалар уйындары менән башланып китте. Һәр ерҙә кескәйҙәрҙең шат тауышы, сағыу көлөүе яңғырауы күңелгә әйтеп аңлата алмаҫлыҡ рәхәтлек өҫтәй. Шуға күрә олоһо ла, кесеһе лә – тап бала-саға уйнаған ерҙә. Милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың тыуған көнөнә арналған театрлаштырылған тамаша ла бик юғары кимәлдә үтте.
Район башлығы Фәнис Әминев етәкселегендәге мәртәбәле ҡунаҡтар делегацияһы малай-ҡыҙҙарҙың дәртле сығыштарын ҡараны, уларҙың ихласлығына һоҡланып, үҙҙәре лә балалар менән бергә көршәк ватты, уҡ атты. Ни тиһәң дә, һәр кемдең күңелендә бала саҡ онотолмаҫлыҡ тойғолар ҡалдыра шул.
Бигерәк тә Баймаҡ лицей-интернатының кадет класында белем алыусыларҙың һәм райондың йәш шайморатовсыларының үҙ формаһында сығыш яһауы йәш быуында илһөйәрлек һәм ватансыллыҡ сифаттарын тәрбиәләүҙең мөһим икәнлеген күрһәтте.
Тирмәләрҙә – халҡыбыҙ асылы
Тирмәләр – һәр һабантуйҙың айырым биҙәге. Быйыл да Ирәндек буйында теҙелгән тирмәләр байрамға йәм өҫтәп, әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торҙо. Ошонда уҡ ҡул оҫталарының, уңған кәсепселәрҙең күргәҙмәһе урын алған. Ауыл биләмәләре әҙерләгән тирмәләрҙә Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған күргәҙмәләр булды, хатта совет осорондағы партаға ултырып, мәктәп йылдарын иҫләп алырға мөмкин ине. Мәҫәлән, Татлыбай ауыл биләмәһе хәҙерге һәм элекке осорҙа уҡыусыларҙың нисек белем алыуын сағылдырған бай экспозиция әҙерләгән. Түбә ауыл биләмәһе тирмәһендә махсус хәрби операциянан ялға ҡайтҡан Илшат Мәҡсүтовтың ҡурай уйнауын күреп, уның менән бер аҙ аралашып алырға булдыҡ. Әйткәндәй, яугир “Башҡортостан” гәзите редакцияһында ҡунаҡта ла булып өлгөргән икән. Уның әсәһе Фәниә Мәҡсүтова ҡәйнәһенең аманат итеп ҡалдырған кәзәкейен кейеп, ҡулына уҡ-һаҙаҡ тотоп: “Әгәр улыма ярҙам кәрәкһә, мин дә уҡ-һаҙаҡ тотоп, улымды ла, илемде лә яҡларға яуға барасаҡмын”, – ти.
– Был кәзәкейҙе миңә ҡәйнәм Сабира Мәҡсүтова бирҙе, уға ҡәйнәһе Кәбирә Мәҡсүтова тапшырған. Алла бирһә, Илшат улым кәләш алһа, быуындар аманатына хыянат итмәй, мин уны киленемә тапшырасаҡмын, – ти Фәниә ханым.
Күргәҙмәләргә килгәндә, төрлө самауырҙарҙан алып шундай нескәлек менән эшләнгән башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәренә тиклем бар ине. Мәҫәлән, Баймаҡ ҡалаһынан “Хазина” төркөмө ағзаһы Яңылбикә Таһированың ҡул эштәре, Светлана Шульмандың кейеҙҙән яһалған әйберҙәре, күҙҙең яуын алыр гөл һауыттары булһынмы, урындағы эшҡыуарҙарҙың һөт, ит продукцияһы тиһеңме, баһадирҙар эсемлеге ҡымыҙмы – барыһы ла тәҡдим ителде.
Әйткәндәй, тирмәләр буйынса беренсе урынды Күсей ауыл биләмәһе алды.
Бар халыҡ күңел асты
Һәр байрамдың күрке – йыр-моң, бейеү, спорт уйындары, көрәш һәм ат сабышы. Төрлө майҙансыҡта башланған ярыштарҙа һәр кем күңеленә оҡшағанын һайлап ҡараны, кемдер ат сабышын һайлаһа, бәғзеләр көрәш майҙанына ҡарай атланы, икенселәр бейек ҡолға башына үрмәләгән егеттәрҙе күҙәтте. Ауыш бағанаға менеп, уның осона бәйләнгән һарыҡты Сибай ҡалаһынан 11 йәшлек Искәндәр Әминев алды.
Бер һүҙ менән әйткәндә, бәрәкәтле Баймаҡ ерендәге һабантуй юғары кимәлдә үтеүе менән йәнә бер тапҡыр ҡунаҡтарҙы хайран итте, улар баймаҡтарҙың ихлас һәм дәртле, уңған һәм сәмле булыуына һоҡланыуын йәшермәне.
- Кәримә УCМАНОВА
Баймаҡ районы