Йәмғиәт
16 Июнь 2023, 08:34

Өлкөндө батыры

Үҙемде һәр саҡ яҡлаулы тоям.

Фото ғаилә архивынан.Фото ғаилә архивынан.
Фото:Фото ғаилә архивынан.

Дыуан районында командировкала саҡта Өлкөндө ауылына юл төштө. Бында яҡынса 1300 кеше ғүмер итә. Мәктәп, балалар баҡсаһы эшләп тора, фельдшер-акушерлыҡ пункты бар, мәсеттән аҙан тауышы яңғырай, клубта төрлө саралар ойошторола. Крәҫтиән-фермер хужалыҡтарының ерҙе эшкәртеүе, ете уңғандың магазин тотоуы, һүҙ ҙә юҡ, һоҡландыра. Шул уҡ ваҡытта Өлкөндөнән унға яҡын һалдат махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Айбарлы егеттәрҙең береһенең кәләше менән осраштыҡ. Айһылыу ЗӘКИРОВАның һөйләгәндәрен гәзит уҡыусыларға ла тәҡдим итәбеҙ.

– Заман башҡа – заң башҡа, тигәндәй, буласаҡ ирем менән интернет селтәре аша таныштыҡ. Бергә йәшәй башлағас, икебеҙ ҙә шуны аңланыҡ: әйтерһең дә, электән бер-беребеҙҙе белгәнбеҙ, – тип башланы һүҙен Айһылыу Филүс ҡыҙы. – Мин – башланғыс клас­тар уҡытыусыһы. Тыумышым менән Мәсетле районының Яңы Мөслим ауылынанмын. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, йәһәт кенә Өлкөндөнөң ҡыҙыҡлы ла, үҙен­сәлекле лә тормошона индем дә киттем, уртаһында ҡайнайым. Барыһы ла таныш кеүек бында: кешеләре лә, йола һәм ғөрөф-ғәҙәттәре лә. Өлкәндәрҙең: “Киленебеҙ шәп!” тигән хуплауын ишетеү күңелемде үҫтерә.

Былтыр сентябрь айында тормош иптәшем, мобилизация буйынса, махсус хәрби операцияға юл­ланды. Хәйер, илебеҙҙә өлөш­ләтә мобилизация иғлан ителгән­дең тәүге көндәренән үк үҙенә урын таба алманы, тиһәм дә була. Рәсәйгә ҙур хәүеф янағанда йөрәгенең елкенеүен күңелем һиҙә ине инде. Ул бер ҙә генә ҡурҡаҡ йәндәрҙән түгел, батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ кеүек сифаттар хас уға. Шуға күрә лә үҙемде иремдең янында һәр саҡ яҡлаулы итеп тоям. Әйткәндәй, уның ғаиләһе генә түгел, ә тотош илебеҙ ышаныслы ҡулдарҙа тип уйлайым. Ғәзиземдең Ватанды һаҡларға беренселәрҙән булып китеүе – минең өсөн оло ғорурлыҡ.

Уға хәтлем булған хәл-ваҡиға­ларҙы ла юлайҡан телгә алайым. Ысынында арыҫлан йөрәкле ул. 18 йәше тулыу менән армияға юлланған. Һис кенә лә ҡайһы берәүҙәр шикелле ҡасып-боҫоп ятмаған йәки поликлиника юлын тапамаған. Алыҫ Көнсығышта ил алдындағы бурысын үтәгән. Һалдат кейеме ҡәҙерле урында эленеп тора, кителде иһә әллә күпме наградалар биҙәй. Улай ғына ла түгел, тиккә генә контракт буйынса дүрт йыл хеҙмәт итмәне. Сыбар­күлдә булды, хеҙмәте тураһында артыҡ күпте һөйләмәһә лә, ҡала­ның матурлығын һәм төҙөклө­гөн маҡтап бөтә алмай ине. Ҡала үҙе Сыбаркүл тигән күл эргәһендә урынлашҡан. Бындағы хәрби часть бай тарихлы: Бөйөк Ватан һуғы­шында ҡатнашҡан, Төньяҡ Кавказ­дағы алыштарҙа ла алғы һыҙыҡта булған. Һәр осрашыуы­быҙҙы һаман да һағынып иҫкә төшөрәм.

Ғаилә ҡороуыбыҙға дүрт йыл тулды. Дүрт йәшлек Йәмил балалар баҡсаһына йөрөй. Хөкүмә­тебеҙҙең оло хәстәрлек күреүенә рәхмәтем сикһеҙ. Балалар баҡса­һына йөрөү бушлай, шулай уҡ түңә­рәктәр өсөн дә түләмәйбеҙ. “Мин ҙур үҫкәс һалдат булам!” тип әйт­мәһенме бер көндө бәләкәсем! “Ма­ладис, улым, ысын егеттәр генә һал­дат була инде ул”, – тип маҡта­ным, арҡаһынан тупылдатып һөй­ҙөм. Атаһы уны ысын ир-егет итеп үҫтерергә тырыша. Йәсминәгә иһә – бер йәш тә дүрт ай ғына. Атаһының махсус хәрби операци­яға киткәнен аңламаны ла, ҡайтһа, танымай ҙа торор инде. Әйткәндәй, ғәзиз ке­шем­дең ялға ҡайтыуын дүрт күҙ менән көтәбеҙ. “Тиҙҙән осра­шыр­быҙ!” тип һөйөнөслө хәбәрен теге көндө еткергәйне. Ныҡ һағындырҙы инде, Йәмил көн дә атаһын көтә.

Дыуан районы хакимиәте баш­лы­ғына рәхмәтем ҙур. Хәлемде даими һорашып торалар, нимәгә мохтаж булыуым менән ҡыҙыҡ­һыналар. Ҡышҡыһын ҡарға күмелеп ултырманыҡ, ирекмәндәр ярҙамдан өҙмәне.

Өлкөндө ауыл биләмәһе баш­лығы Ира Садыҡова шулай уҡ телефондан шылтыратып та хәлде белешә, ваҡыт табып, килеп тә етә. Утын килтереп ауҙарҙылар, уның бөткәнен әллә ҡайҙан бел­гәндәр. Ҡыҫҡаһы, яҙмыш ҡосағына ташлап ҡуйманылар. Теләгем –  донъялар тыныс булһын, һәр һалдат иҫән-һау яҡындары менән тиҙерәк күрешһен!

- Илдар АҠЪЮЛОВ
 Дыуан районы

Читайте нас