

Белеүебеҙсә, теүәл бер йыл элек Бөрйән районының хозур төбәгендә – Рәсәйҙә палеолит дәүеренә ҡараған рәсемдәре менән билдәле берҙән-бер мәмерйә эргәһендә “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы барлыҡҡа килде. Ул уҙған йылдың 9 июлендә тантаналы шарттарҙа асылды. Ошо бер йыл ваҡыт эсендә был яңы архитектура объекты Башҡортостандың туризм индустрияһында ихтыяжлы булыуын раҫланымы? Туристар тарафынан нисек ҡабул ителде? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы директоры Фәүзил МАЛИКОВҡа мөрәжәғәт иттек.
– Фәүзил Әлфир улы, әйҙәгеҙ, һүҙҙе музей комплексын булдырыуҙың тәүмаҡсаттарынан башлайыҡ. Был ҙур проект ниндәй уй-ниәттәрҙе күҙ уңында тотоп тормошҡа ашырылды?
– 2014 йылда “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы” тигән учреждение булдырылды. Тәүҙә ул Башҡортостандың Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге филиалы булараҡ асылғайны, 2016 йылдың аҙағында юридик статус алып, айырымланды. Ойошманың төп маҡсаты – Шүлгәнташ мәмерйәһен һаҡлау һәм уны донъяға танытыу.
Белеүебеҙсә, Шүлгәнташ мәмерйәһендәге палеолит дәүеренә ҡараған һүрәттәр 2018 йылдан ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мәҙәни мираҫ объекттары исемлегенә индереүгә дәғүә итә. Музей комплексы булдырыу идеяһы ла ЮНЕСКО талабына ярашлы барлыҡҡа килде. Мәмерйә эсенә кешеләрҙе теләгән ваҡытта индереп булмай, шуға күрә туристар өсөн мәмерйәләге һүрәттәрҙең күсермәһе булған музей кәрәклеге асыҡланды. Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, 2018 йылда әлеге “Шүлгәнташ” музей комплексын төҙөү буйынса эш башланды.
Музей урынлашҡан Морат туғайы мәмерйәгә инеү урынынан ике саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан. Бында йәйәүле һәм һыу туристик маршруттары тоташа. Инфраструктураны үҫтереү халыҡ ағымын көйләү һәм мәҙәни мираҫ булырлыҡ объектҡа антропоген көсөргәнеште кәметеү маҡсатын да күҙ уңында тота.
– Туристар өсөн Шүлгәнташ мәмерйәһе асыҡ ҡаламы?
– Эйе, бында мәмерйәне ябыу тураһында һүҙ бармай, әммә ташҡа төшөрөлгән һүрәттәрҙең төп нөсхәләрен ҡарау мөмкинлеге сикләнде. Дөйөм экскурсиялар әүәлгесә мәмерйәгә ингән өлөштәге дүрт залда ғына ойошторола. Уның ҡарауы яңы музей комплексы Шүлгәнташтың төпкө залдары менән танышыу, уларҙа нимә барлығын күҙ алдына баҫтырыу мөмкинлеге бирә. Француз рәссамдары тарафынан башҡарылған һүрәттәр төп нөсхәләрҙең теүәл күсермәһе булыуы менән үҙенсәлекле. Музей экспозицияһы рәсем сәнғәтенең барлыҡҡа килеү тарихы менән дә таныштыра. Ул “Таймлайн”, “Медиазал”, “Ҡаяға төшөрөлгән сәнғәт”, “Археология”, “Тәбиғи-фәнни”, “Һаҡлау” һәм “Урал батыр” тигән тематик өлөштәрҙән тора. Шулай уҡ музейҙа ғилми лабораторияларҙың, фонд һаҡлағыстарҙың эшмәкәрлеге ойошторолдо.
Мәмерйәгә килгәндә, проектты тормошҡа ашырыу барышында ундағы иҫкергән баҫҡыстар алмаштырылды, 120 квадрат метр диуарҙа 800-ҙән ашыу граффити юйылды.
– Музейҙың тәүге эш йылының һөҙөмтәләрен барлап, нимәләр әйтеп була?
– Былтыр 11 июлдә тәүге туристарҙы ҡабул иттек. Бер йыл эсендә музейҙа 1093 экскурсия ойошторолдо, барлығы 22411 кеше килде. Был эшмәкәрлектән тыш, беҙҙә төрлө ғилми, мәҙәни һәм мәғрифәти саралар үткәрелә. Ошо маҡсатта ике конференциялар залы, урам амфитеатры, балалар фәнни үҙәге булдырылған. Иң бәләкәй туристар өсөн боронғо кешенең торлағы рәүешендәге уйын залы бар, унда ата-әсәләр экскурсия мәлендә балаларын ҡалдырып тора ала. Екатерина Дәүләт исемендәге ҡая рәсеме сәнғәте бүлмәһендә һәм мәмерйәнең үҙендә оҫталыҡ дәрестәре уҙа. Мәҫәлән, “Боронғо рәссам” тип аталған оҫталыҡ дәресе тәүтормош кешеләренең буяу табыу һәм улар ярҙамында ташҡа һүрәт төшөрөү алымдары менән таныштыра. Әйткәндәй, бындай дәрестәр Рәсәйҙә башҡа бер урында ла үткәрелмәй. Ғилми хеҙмәткәрҙәр һәм методистар мәктәп уҡыусыларына һөнәри йүнәлеш биреү буйынса ла эш алып бара. Өлкән класс уҡыусылары Шүлгәнташ мәмерйәһенең микроклиматын өйрәнеү эшендә ҡатнаша ала.
Музей комплексын булдырыу төбәгебеҙҙең социаль-иҡтисади үҫешенә лә йоғонто яһаны. Төҙөлөш менән бер ыңғай транспорт бәйләнешен яҡшыртыу буйынса ҙур эштәр башҡарылды, эргә-тирә ауылдар юғары тиҙлекле интернетҡа, мобиль бәйләнешкә, яҡшы юлдарға эйә булды. Электр селтәре тәьминәте, газ үткәреү буйынса ла әүҙем эш алып барыла.
– “Шүлгәнташ” музей-комплексының эшмәкәрлеген артабан да киңәйтеү, атап әйткәндә, “Солоҡ” музейы булдырыу буйынса эш алып барыуығыҙ тураһында хәбәрҙарбыҙ. Ошо хаҡта ла һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Эйе, тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулыҡ биләмәһендә туристар өсөн ҡыҙыҡлы булырлыҡ объекттар һанын арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Шуларҙың береһе – “Солоҡ” музейы. Был башланғысҡа тотоноуыбыҙҙың төп маҡсаты – башҡорт халҡының боронғо милли кәсебе булған солоҡсолоҡто һаҡлау һәм киңерәк танытыу. Әле уның эскиз проектын әҙерләгәнбеҙ, төҙөлөш урынын һәм финанслау сығанаҡтарын билдәләү йәһәтенән эш алып барыла.
Проектҡа ярашлы, музей ҙур солоҡ рәүешендәге заманса бинала урынлашасаҡ. Алты ҡырлы тәҙрәләр кәрәҙҙе һынландыра. Бейеклеге 10 метр самаһы булып, дүрт экспозиция залынан торор тип күҙаллайбыҙ. Уртанан бормалы баҫҡыс күтәрелә, туристар өҫкә менеү барышында халҡыбыҙҙың боронғо кәсебе үҙенсәлектәре менән танышасаҡ. “Солоҡ”тоң эсендә лә ҙур-ҙур кәрәҙҙәр урынлашып, күпселек материал шунда урын аласаҡ. Монитор аша мәғлүмәттәр еткереү, видеооҙатыу алымдары ла ҡулланыласаҡ. Музейға килгән кешеләр солоҡ ҡорттары, әлеге шөғөлгә хас ҡорамалдар, солоҡ балының файҙаһы һәм башҡалар тураһында тулы мәғлүмәт алып, был кәсептең барлыҡ нескәлектәре менән танышасаҡ. Ниәтебеҙ тормошҡа ашһа, бәрәкәтле Бөрйән ере туристарҙы йәлеп итерлек тағы бер үҙенсәлекле архитектура объектына эйә буласаҡ.
– “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни ҡурсаулығынан тыш, “Урал батыр ере” тип аталған иҫтәлекле урын булдырылды. Уның маҡсаты, эшмәкәрлеге нимәнән ғибәрәт?
– Алда әйтеп үткәнемсә, “Шүлгәнташ мәмерйәһе” тарихи-мәҙәни ҡурсаулығы” ойошмаһына мәмерйәнән тыш, уның эргә-тирәһен дә һаҡлау бурысы йөкмәтелгән. Бының өсөн Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән мәмерйә биләмәһен, Шүлгән йылғаһы бассейнын үҙ эсенә алған “Урал батыр ере” иҫтәлекле урыны булдырылды.
Беҙҙең бурыс – мәмерйәне генә түгел, “Урал батыр ере” иҫтәлекле урынын да өйрәнеү һәм һаҡлау. Ул ярайһы уҡ ҙур биләмә, үҙ эсенә мәмерйәне, уның эргә-тирәһен, Йылҡысыҡҡан, Ығышма һәм башҡа карст күлдәрен, Аҡбулаттан башлап Ғәҙелгәрәй ауылына тиклемге биләмәне, йәғни Шүлгән йылғаһы бассейнын ала. Уның бер ни тиклем өлөшө тәбиғәт ҡурсаулығы, яҡындағы заказниктар биләмәһе менән дә тап килә. “Урал батыр ере”нә 18 мәҙәни (археологик) мираҫ объекты, эреле-ваҡлы бихисап мәмерйәләр инә. Уларҙы ла күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай.
– “Башҡортостан” гәзитен уҡыусыларға әйтер теләктәрегеҙ ниндәй булыр?
– Иң беренсе, барығыҙҙы ла “Шүлгәнташ” музей-комплексына саҡырам. Беҙҙә булып киткән ҙур ғалимдар билдәләүенсә, бындай кимәлдә йыһазландырылған музейҙар хатта Мәскәү, Санкт-Петербургта ла юҡ. Европалағы мәмерйәләр янында ошондай музейҙар күптән эшләп килә, беҙҙеке уларҙан һис тә ҡалышмай. Икенсенән, Бөрйән үҙе лә, ундағы тәбиғәт тә, Шүлгәнташ ише ҡомартҡылар ҙа һоҡланыу өсөн генә яратылған, тип әйтер инем. Шуға күрә тыуған төйәгебеҙҙең хозур урындарын беләйек, тәбиғәтебеҙ байлығын һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек.
- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА