Йәмғиәт
16 Июнь 2023, 11:06

“Уҡлыҡая уғатары” фестивале үтте

Күсмә халыҡ уйындарына әҙерлек башланды.

Ғафури районында һыбай килеш һәм традицион уҡ атыу буйынса “Уҡлыҡая уғатары” республика фестивале үтте. Проект Башҡортостандың бренд саралары исемлегенә индерелгән. Фестивалдә ҡатнашыусыларҙы һәм ҡунаҡтарҙы мәҙәниәт министры урынбаҫары Илнур Мөхйәнов, Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов сәләмләне.

“Ярыштар халыҡ-ара дисциплиналар һәм ҡағиҙәләр буйынса үтте. Ир-егеттәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар араһында алты комплект миҙал уйнатылды: 70 метрға төрөк “Пута”, 35-40 метрға Урта Азия (Ҡырғыҙ) сәбе, 30 метрға Ҡаҙаҡ Джамбы сәбе, шулай уҡ Венгрия маршрутынан (Башня) һәм Кореяның икеләтә һәм өсләтә маршрутынан торған атлы атыуҙа ике комплект миҙал. Был дисциплиналар Бөтә донъя күсмә халыҡ уйындары программаһына инә һәм улар буйынса халыҡ-ара ярыштар үткәрелә”, – тип билдәләне “Мәргән уҡсы” ойошмаһының атлы-һыбай һәм традицион уҡ атыуҙы үҫтереү буйынса етәксеһе Юлай Ғәлиуллин.

Фестивалгә Әбйәлил, Баймаҡ, Бөрйән, Белорет, Дәүләкән, Ғафури, Ишембай, Ейәнсура, Өфө, Учалы райондарынан, Өфө һәм Сибай ҡалаларынан 70-тән ашыу уҡсы йыйылған.
“Уҡлыҡая уғатары” фестивале 2024 йылдың көҙөндә Ҡаҙағстан Республика­һының Астана ҡалаһында үтәсәк Күсмә халыҡтар уйындарына әҙерлек буйынса старт этабы булып тора.

- Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА

Читайте нас