

Ғаилә башлығы Әхтәм Әнәс улы – Өфөләге 21-се ҡала клиник дауаханаһының травматология һәм ортопедия бүлексәһе мөдире, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау отличнигы. Ул төбәктәге травматология үҙәгенә етәкселек итә, быуын һөйәктәрен алмаштырыу буйынса юғары технологиялы әмәлиәттәр эшләй. Уның ҡатыны Диана Батыр ҡыҙы – 21-се дауаханала табип-стоматолог. Уның әсәһе Фәриҙә Мөтиғулла ҡыҙы Бөйөк Ватан һуғышынан һуң урта медицина белеме алған һәм медицина хеҙмәткәрҙәре династияһына нигеҙ һалған. Ул операция шәфҡәт туташы һәм балалар баҡсаһында фельдшер булып эшләгән.
Фәйзуллиндарҙың ҡыҙҙары Гүзәл дә ата-әсәһенең данлы юлын дауам итә. Уның ике медицина белеме бар: дауалау эше һәм стоматология белгеслектәре буйынса уҡыған. Гүзәл Әхтәм ҡыҙы 21-се дауаханала яңаҡ-бит хирургы булып эшләй. Улдары Аяз – 21-се дауаханала табип-травматолог, кейәүҙәре Асҡар Еникеев – Республика перинаталь үҙәге табибы, туғандары Руслан Йәғәфәров – 5-се стоматология поликлиникаһында табип-стоматолог.
Фәйзуллиндарҙың киләсәк быуын вәкилдәре лә медицина юлын һайлар, медицина хеҙмәткәрҙәре династияһын дауам итер, тигән ышаныстабыҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА
Өфө ҡалаһы.