Йәмғиәт
16 Июнь 2023, 08:43

Яҙмышын үҙе яҙған

Бөрйәндә эш кенә түгел, ғүмер юлдашын да тапҡан.

Фото шәхси архивтан.Фото шәхси архивтан.
Фото:Фото шәхси архивтан.

Сал тарихлы, хозур тәбиғәтле Бөрйән районының иң матур ауылдарының береһе булған Мәһәҙейҙә ғүмер иткән Рима Әнүәр ҡыҙы Усманова – фиҙакәр хеҙмәте, йәшәйеше менән тотош районда, республикала күптәргә өлгө булырлыҡ кеше. Ул – 40 йыл ғүмерен ауылдаштарының һаулығын һаҡлауға арнаған, районыбыҙҙа тәүгеләрҙән булып юғары категорияға эйә булған, халыҡ араһында оло ихтирам һәм хөрмәт ҡаҙанған фельдшер.

 

Белореттың уңған ҡыҙы

 

Рима Әнүәр ҡыҙы 1953 йылда Белорет ҡалаһында Нурикамал менән Әнүәр Усмановтар ғаиләһендә донъяға килгән. Мәктәптә IV класта уҡып йөрөгән сағында ғәзиз әсәһе яҡты донъянан китә. Атаһы Әминә исемле ҡатынға өйләнә һәм улар өс баланы – Рәйес, Рима, Рәйләне, тағы уртаҡ балалары Рәмилде тәрбиәләй. Яҡшы билдәләргә өлгәшкән Рима, Белореттың 1-се мәктәбендә VIII класты уңышлы тамамлап, ҡалалағы медицина училищеһының фельдшерҙар әҙерләү бүлегендә уҡып, яратҡан һөнәренә эйә була. Башҡортса бер һүҙ ҙә белмәгән, һөйләшкәнде аңламаған, документта ғына башҡорт тип теркәлгән, мәктәптә русса ғына уҡыған башҡорт ҡыҙы – йәш белгес Рима үҙ теләге менән Бөрйән районына йүнәлтмә ала.

 

Атаһының тыуған яғын һайлаған

 

Ул бала сағынан атаһының сығышы менән Бөрйән районының Әбделмәмбәт ауылынан икәнлеген, туғандарын белеп үҫә, шуға күрә был төбәк уның күңеленә бик яҡын һәм ҡәҙерле була. Ә инде Бөрйәнгә килгәс, райондың баш табибы Нәжиб Сәхипзада улы Исхаҡов йәш белгесте Мәһәҙей ауылындағы фельдшер-акушерлыҡ пункты мөдире итеп тәғәйенләй.  Рима Әнүәр ҡыҙы 1973 йылдың мартында Мәһәҙейҙә дәртләнеп хеҙмәт юлын башлай.

Ул, санитарка булып эшләгән Мәрзиә Ғәҙиәт ҡыҙы Ишбаева менән уртаҡ тел табып, оҙаҡ йылдар бергә халыҡҡа медицина ярҙамын күрһәтә. Мәһәҙейҙәр Риманы беренсе көндән үҙ күрә. Һәр кемгә иғтибарлы, мөләйем булған, вата-емерә башҡортса һөйләшергә тырышҡан, үҙ һөнәренең нескәлектәрен яҡшы белгән фельдшерҙы ауылда “беҙҙең доктор” тип ихлас ҙурлап торалар.

Ауылдың Ҡағы-Әүжәнгә яҡын урынлашыуы, мәһәҙейҙәрҙең рустар менән аралашып йәшәүе яңы килгән һаулыҡ “һаҡсыһы” менән иркен һөйләшеү мөмкинлеген бирә. Үҙ сиратында ул да бирешеп ҡалмай, башҡортса өйрәнеүҙе бурыс итеп ҡуя һәм өйрәнә. “Ун биш йылдан һуң, уянып китһәм, башҡортса уйлап ятам”, – тип иҫенә төшөрә уҙған йылдарҙы фельдшер.

Әйткәндәй,  Юлай Исхаҡ улы Мөхәмәтйәнов менән гөрләтеп донъя көтә башлауҙарына алдағы йылда 50 йыл тула. Ә ауылда хеҙмәт юлын башлауына быйыл март айында ярты быуат булды.

Фельдшерҙың шәхси ваҡыты менән иҫәпләшмәйенсә, ниндәй генә мәлдәрҙә лә “юҡ” тимәй, ауылдаштары һаулығы һағында хеҙмәт итеүе – юғары фиҙакәрлек өлгөһө. 1991 йылда Мәрзиә Ғәҙиәт ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡас, Рима Әнүәр ҡыҙы Фәйләрә Бәхтинур ҡыҙы Хәсәнованы үҙе янына санитарка итеп эшкә ала. Ә ул, шәфҡәт туташы белеменә эйә булһа ла, ауылда хеҙмәт урыны юҡлыҡтан, бик оҙаҡ эшһеҙ йөрөй. 2009 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанда, изге күңелле Рима Әнүәр ҡыҙы, санитарка Фәйләрә Хәсәнова менән 18 йыл бергә халыҡ сәләмәтлеге һағында хеҙмәт итеп, уға яҡшы остаз булып, медицинаның барлыҡ нескәлектәрен өйрәтеп, тәжрибәһе менән уртаҡлашып, ышаныс белдереп, уны үҙ урынына ҡалдыра.

Хеҙмәт ветераны, ауыл советы депутаты, ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе, алмаштырғыһыҙ фельдшер Рима Әнүәр ҡыҙы Усманованың хеҙмәте Хөкүмәтебеҙ тарафынан юғары баһаланған. Бихисап маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнеүе күп нәмә тураһында һөйләй. Эшләү дәүерендә фельдшер бик күп сабыйҙарҙың кендек инәһе лә булған. Улар уны һәр ваҡыт ихтирам итеп тора.

 

Ғаиләһе – ныҡлы ҡәлғәһе

 

Рима Әнүәр ҡыҙы менән Юлай Исхаҡ улының ғаиләһе лә бына тигән! Татыу йәшәп, ике улға, бер ҡыҙға ғүмер бүләк итәләр.

Юлай Исхаҡ улы заманында алдынғы­ларҙан һаналған “Ағиҙел” колхозы Мәһәҙей бригадаһының алдынғы механизаторы, механигы, комбайнеры булды. 1998 йылда, ғәзиз кешеләрен ауыр ҡайғыларға һалып, теремек, егәрле, шаян, иң отҡор улдары Иршаттың ғүмере фажиғәле өҙөлдө. Ҡыҙҙары Гөлнәзирә Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультетын уңышлы тамамлай, оҙаҡ йылдар Өфөлә “Ғилем” нәшриәтендә – мөхәррир, Белорет телевидениеһында диктор булып эшләй. Бөрйәнгә ҡайтҡас, “Ориф­лейм” офисы асып, косметолог-визажист, ҡаш яһау оҫтаһы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Ул тормош иптәше менән Яңы Собханғол ауылында матур донъя көтә. Улдары Ильяс Өфөлә уҡый. 

Мөхәмәтйәновтарҙың улдары Батыр ике юғары техник белемгә эйә: Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатында белем ала һәм Өфө дәүләт сервис, Ырымбур юғары техник институттарын тамамлай. Ул урман хужалығы мастеры, һыу мастеры булып эшләй. Хәҙерге көндә – АБЗ начальнигы. Ҡатыны Альбина менән биш бала тәрбиәләйҙәр.

Рима Әнүәр ҡыҙы тормош юлдашы Юлай Исхаҡ улы менән дан ғаиләһендә, балалары, ейән-ейәнсәрҙәре солғанышында, тормош ниндәй генә һынауҙарын ебәрһә лә бирешмәй, һынмай, бәхетле йәшәргә ынтыла. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер мәл тотош донъялары янып, юҡҡа сыҡты. Батыр улының, Гөлнәзирә ҡыҙының, туғандарының тырышлығы менән яңы йорт һалып инделәр.

Күңелегеҙҙән – тыныслыҡ, тормошоғоҙҙан именлек бер ваҡытта ла китмәһен, йөрәгегеҙ бер ҡасан да борсолоуҙар белмәһен, тибеҙ Рима Әнүәр ҡыҙына. Балаларының изгелеген күреп, тормош иптәше Юлайҙың терәк-таянысы, кәңәшсеһе, йортоноң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәрен кисереп, бәрәкәтле мул тормошта йәшәһендәр. Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өлгөһө бит улар.

 - Сәйҙә СӘЙӘХОВА

Бөрйән районы.

Читайте нас