

18 июнь – Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан төркөмөбөҙҙә сираттағы конкурс иғлан иткәйнек.
Унда республикабыҙҙың төрлө райондарынан иң уңған, әүҙем, егәрле, сәмле 18 шәфҡәт туташы көс һынашты. Һис шикһеҙ, уларҙың һәр береһе еңеүгә лайыҡ, әммә бәйге еңеүсеһеҙ булмай.
Шулай итеп, бөгөн иң күп тауыш йыйған өс шәфҡәт туташы асыҡланды. Урындар түбәндәгесә:
I урында – Зөлфирә Хәсәнова (Йылайыр районы),
II урында – Айгөл Сабитова (Әбйәлил районы),
III урында – Альбина Килдейәрова (Өфө ҡалаһы).
Еңеүселәрҙе ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Конкурс шарттары буйынса, улар хаҡында "Башҡортостан" гәзите биттәрендә ҙур мәҡәлә донъя күрәсәк, милли баҫманың дипломы тапшырыласаҡ.
Конкурста ҡатнашҡан һәр шәфҡәт туташына, уларҙы дәртләндереп, алға сығарырға тырышып дәррәү тауыш биргән барлыҡ дуҫтарыбыҙға ҙур рәхмәт белдерәбеҙ.
Уңған шәфҡәт туташтарын, шулай уҡ барлыҡ аҡ халатлыларҙы Медицина хеҙмәткәрҙәре көнө менән ихлас ҡотлап, эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге, ныҡлы һаулыҡ һәм киләсәктә лә ошолай дәртләнеп, сәмләнеп, ауылдаштарын ҡыуандырып эшләүҙәрен теләйбеҙ! Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Еңеүселәр исемлеге менән ошо һылтанма аша инеп танышырға мөмкин: