

Күсәрбай ауылы һөнәрле кешеләргә бай булып сыҡты. Уларҙың береһе – 86 йәшлек Фатима Зарипова әле булһа балаҫ һуға.
Ошонда тыуып үҫкән әңгәмәсем ситкә китмәй, яҙмышын ошо ауыл егете менән бәйләп, ғүмерлеккә йәнтөйәгендә төпләнә.
– Балаҫ һуғыу һөнәренә Латифа ҡоҙағыйымдан өйрәндем. Ул ваҡытта кейәүгә сыҡҡайным инде. Тәртибен матур итеп аңлатты. Шулай оҫтарып киттем. Эше мәшәҡәтле генә. Элек һарыҡ йөнөн иләп, ебен әҙерләп, уны буяй торғайныҡ. Үҙем ғүмер буйы колхозда һауынсы булып эшләнем. Шул ваҡытта балаҫ һуғырға ла өлгөрә инем. Ауылдаштарға ла, эргә-тирәләге Бүреҡаҙған, Уҫылы, Ҡунаҡбай ауылдарына ла күп һуҡтым. Тирә-яҡта балаҫымды алмаған бер ауыл да ҡалмағандыр ул. Ҡыҙҙарға бирнәгә лә күп һуҡтым.Төнгә саҡлы станокта эшләп ултырған саҡтар аҙ булманы. Миңә ҡарап, бәләкәй саҡтарында хатта малайҙарым да ҡыҙығып ярҙам итә ине. Эш араһында ғына һуҡһам да, бер айҙа бер балаҫ өлгөртә инем, – ти оҫта.
Бик күп йортто биҙәй Фатима инәйҙең ҡул эштәре. Үҙенең балаҫтарын биҙәктәренә ҡарап таный. Ҡунаҡҡа барғанда ла уларҙы күреп һөйөнә.
Үҙе хаҡлы ялға сыҡҡансы һауынсы булып эшләй, тормош иптәше иһә колхозда хеҙмәт итә, алдынғы тракторсы була. Үкенескә ҡаршы, ире яҡты донъяла юҡ инде. Бергәләп алты бала – өс ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөн һәр береһе һөнәр алып, матур донъя ҡороп йәшәй. Фатима инәй оло ҡыҙы менән кейәүенең хәстәрендә көн күрә.
Йәштән үҙ иткән шөғөлөн бөгөн дә ташламай Фатима Ҡыям ҡыҙы. Клубҡа барып, балаҫ һуғыу станоктарында белгәнен йәштәргә өйрәтә. Тимәк, Стәрлетамаҡ районында балаҫ һуғыу йолаһы киләсәктә лә һүрелмәйәсәк әле.
Фатима инәйҙең башҡа күркәм сифаттарын да белдек. Ул биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай уҡый. Дин юлына баҫыуына ла ун йылдан ашыу ваҡыт үткән. Фатима инәйҙең күҙ тейеүҙән өшкөрөүе лә килешә икән, дин юлына баҫҡас был һәләте асыла. Шулай уҡ сыҡҡан быуынды урынға ултыртыу үтенесе менән дә мөрәжәғәт итәләр.
– Әсәйем дә кешеләрҙең быуынын ултырта торғайны. Унан күскәндер был һәләт. Быуын сыҡҡанын тотҡан ыңғайға һиҙәм. Элекке бер ваҡиға айырыуса иҫтә ҡалған: танышымдың ҡулы быуынынан әйләнгәйне, шуны урынына ултырттым. Өшкөргәнемдең дә шифаһы тойола. Күҙ тейеү бар. Илаҡ балаларҙы алып киләләр. Өшкөргәндән һуң, тынысланып ҡайтып китәләр. Аҙаҡ рәхмәт әйтеүселәр күп. Аяҡтарым ауыртҡанда үҙемде өшкөрһәм дә, хәлем яҡшыра. “Ҡайҙан килдең, шунда кит, минең ҡулым түгел, Ғәйшә-Фатима ҡулы” тип доға уҡып өшкөрһәм, атлауҙарым еңеләйеп китә, – тип һөйләне әңгәмәсем.
Ҡартлығына шөкөр итеп, барыһына риза булып, бөгөн дә ауылына ҡот өҫтәп ғүмер итә Күсәрбай ағинәйе.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА