Йәмғиәт
20 Июнь 2023, 14:29

Балалар булған өйҙә ҡот бар!

Ошондай фекерҙә Аҡсулпановтар.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Стәрлетамаҡ районының Күсәрбәй ауылынан Эльмира менән Флүр Аҡсулпановтар йәшәүҙең йәмен балаларында татый.

– Балалар урамға сығып китһә, өй бушап, күңелһеҙләнеп ҡалған һымаҡ. Уларҙың юҡлығы шунда уҡ тойола, – ти алты бала тәрбиәләүсе пар.

Иң өлкәне Карина 21 йәштә. Хәҙер инде ул, һөнәр алып, балалар баҡсаһында эшләп йөрөй. Унан ҡала Радмир – IX, Юлдаш – VI, Илнара – V, Ислам III класты тамамлаған, иң бәләкәстәре Индираға әле  ике йәш, ул балалар баҡсаһына йөрөй.

Алты бала тәрбиәләү кеүек яуаплы бурыстан тыш, икеһе лә эшләргә өлгөрә. Ғаилә башлығы – тракторсы, Эльмира Мозафар ҡыҙы клубта тир түгә. Беҙ барғанда Флүр Ленир улы эштә булыу сәбәпле, күрешә алманыҡ. Уның ҡарауы, йорт хужабикәһе һәм балалар бик ихлас әңгәмәселәр булып сыҡты.

Эльмира тыумышы менән Ишембай районынан, ошо ауылға килен булып төшкән.

– Ҡайҙалыр ситкә сығып китеү уйы булманы. Шунда уҡ тормош иптәшем­дең тыуған ауылында төпләндек. Ауылда етеш йәшәйем тиһәң, малын, ҡош-ҡортон да күпләп аҫрарға кәрәк. Һыйырҙарыбыҙ ғына ла биш баш. Унан тыш 45 ҡаҙ ҡарайбыҙ. Һыйырҙарҙы һауып, һөтөнән ҡаймаҡ, май эшләйем. Үҙебеҙгә лә етә, һатыуға ла китә. Күптәр шылтыратып заказ бирә, шуға һатыу ҙа уңайлы. Ауыл ерендә таңдан тороп эшләмә­һәң, өлгөрөп булмай. Үҙе­беҙҙең техника булғас, бесән әҙерләү ҡыйынлыҡ тыуҙырмай. Үҫә килә балалар ҙа ҡул араһына инә бара. Һәр береһенең үҙе башҡара торған эше лә бар. Мәҫәлән, береһе ҡаҙ көтә, икенсеһе көтөү ҡаршылай. Беҙҙең ғаиләлә бер кем дә эшһеҙ ултырмай. Бына хәҙер бәрәңге утау ваҡыты етте. Уны ла күмәкләшеп башҡарабыҙ, – ти уңған ҡатын.

Эшкә генә түгел, һөйләшеүгә лә ихлас булып сыҡты балалар.

– Атай-әсәйебеҙгә ярҙам итәбеҙ. Ҡаҙҙы сиратлап көтәбеҙ, бөгөн был эш өсөн мин яуаплы, атайыма оҡшарға тырышам, сөнки ул көслө, күп эшләй. Атайым тракторҙы төҙөкләгәндә эргәһендә ярҙам итеп йөрөү ҙә миңә ҡыҙыҡ. Әсәйем матур, тәмле итеп ашарға бешерә, ихатала күп итеп сәскә үҫтерә , – ти Ислам.

Бәләкәйҙән һәр береһе һөнәр алырға ынтылып үҫә. Мәҫәлән, Радмирҙың иретеп йәбештереүсе булырға теләгәнен белдек.

Илнара әсәһенә нисек ярҙам­лашыуы хаҡында һөйләне.

– Мин быйыл V класты тамамланым. Дәрестән, өйҙәге эштәрҙән тыш, буш ваҡытта клубҡа барып, балаҫ һуғыу серҙәренә өйрәнәм, – ти ул. Әйткәндәй, ул үҙенең тәүге балаҫын һуғып ҡараған да инде. Хәҙер тағы ла дәртләнеберәк ошо  өлкәлә һәләтен арттыра.

Бына шулай хеҙмәт аша бәләкәй­ҙән донъя көтөргә әҙерләнеп үҫә был ғаиләлә балалар.

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА 

Читайте нас