Йәмғиәт
20 Июнь 2023, 14:35

Милләт байлығы – ер

Ауылдар ҡоромаҫ, иншалла...

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото: Автор фотоһы.

Илебеҙгә өс Советтар Союзы Геройын биргән Көйөргәҙе районының Кинйәабыҙ ауылы быйыл Кинйә Арыҫлановтың өс йөҙ йыллығын билдәләйәсәк. Яңыраҡ ҡына “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеп сыҡҡан батыр вариҫтары ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? Свобо­да ауылы хакимиәте башлығы вазифа­һын дүртенсе йыл тартҡан Фәнис Рахманғоловтың яҡташтары алдында абруйы ҙур, әйткән һүҙендә тора белә, һәр эште яйын белеп башҡара, шуға ла һорауҙарға яуап эҙләп  нәҡ  уға мөрәжәғәт иттек.

 

– Ауыл биләмәләре хакимиә­тенә күп мәсьәләләр йөкмәтелә. Ҙур ғаиләнең башлығы кеүек, бар проблемаларҙы хәл итеү, яҡ­таштар имен йәшәһен өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу – ошо вазифаны тартҡан етәксе­нең бурысы. Бөгөн ниндәй уй-хыялдар менән йәшәйһегеҙ, пробле­маларҙы нисек хәл итәһегеҙ?

– Ауыл хакимиәтенә йөкмәтелгән функциялар күп инде ул. Свобода ауыл биләмәһенә ҡараған Кинйәабыҙ, Төкән, Свобода, Тимербай ауылында 1076 кеше йәшәй. Төбәкте төҙөкләндереп, йәшәр өсөн халыҡҡа уңайлы шарттар тыуҙырып, яҡташтар татыу, имен, бер-береһен аңлап йәшәһен өсөн тырышып эшләйбеҙ. Хәҙер төпкөлдә лә йәшәр өсөн мөмкинлектәр бар: ауыл урамдарында асфальт, ҡырсынташ түшәлгән, халыҡ газ менән тәьмин ителгән, урамдарға һыу үткәрелгән. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, Кинйәабыҙ ауылында 2018 йылда һыу торбалары алмаштырылды. 2001  йылда ғорурлы­ғыбыҙ – Кинйә Арыҫланов музейы мәҙәни һәм сәнғәт муниципаль бюджет учреждениеһы асылғайны, район уҡыу­сылары, бүтән өлкәләрҙән ҡунаҡтар экскурсияға йыш килә. Свободала бер бинала ауыл хакимиәте лә, мәктәп тә, клуб та, китапхана ла, балалар баҡсаһы ла, почта бүлексәһе лә урынлашҡан. Шул уҡ ауылда ҡарттар йорто бар, был ике тиҫтәнән ашыу ауыл кешеһе эш менән тәьмин ителгән тигәнде аңлата. Өфөгә йә Себер тарафтарына йөрөп аҡса эшләгәндәр ҙә бар. Йәштәр ҡалаға ынтыла, әлбиттә, ауылда төпләнеп ҡалғаны мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, тырышып йәшәй. Кинйәабыҙ ауылында хаҡлы ялда булһа ла Наилә менән Рифат Әхмәтйәновтар, биш бала тәрбиәләп тормош юлына баҫтырған Лилиә менән Таһир Килмәтовтар ғаиләһе – күптәргә өлгө. Улар матур итеп донъя көтә.

Беҙҙең яҡта эшкәртелмәгән баҫыу-яландар юҡ. Кинйәабыҙ фермерҙары аталы-уллы Айҙар, Урал Зәйнәғәб­диновтар, Таһир Килмәтов, Гөлфиә Рахманғолова үҫемлекселек, малсылыҡ йүнәлешендә тырышып эшләй. Дүрт ауылда йәмғеһе 16 эшҡыуар иҫәпләнә.

Беҙҙең ауыл халҡы егәрле. Ниндәй генә башланғысҡа тотонһалар ҙа, еренә еткереп атҡарып сығалар. Тиҙҙән һабантуй байрамдары гөрләйәсәк, Төкән ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын үткәрергә уйлайбыҙ, Алла бойорһа. Егәрлеләр ҡунаҡ килер алдынан йорт-ҡураһын тәртипкә килтерә, беҙ ҙә йорттарҙы, урамдарҙы төҙөк­ләндерә, тирә-йүнде таҙарта башланыҡ.

 

– Һуңғы йылдарҙа төҙөклән­дереү буйынса ниндәй эш башҡарылды?

– Һыу ҡыуҙырыу башняһын тәртиптә тотабыҙ. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү” программаһына ярашлы, Свободала һыу торбаларын, урамдағы алты ҡойоно ремонтлау һәм яңыһын эшләү, Тимербайҙа юлдарҙы күтәртеү күҙ уңында тотола. Урамдарҙы яҡтыртыу ҙа төҙөкләндереү программа­һына инә. Бағаналарҙа яҡтыртҡыстар энергия һаҡлай торғанына алмаштырыла, яҡтыртыу сығанаҡтары өҫтәлә, Алла бойорһа.

Күгәрсен районында матур күренеш мине ылыҡтырғайны. Атай нигеҙендә кеше йәшәйме-йәшәмәйме, ихата кәртәләнеп, бер төҫтән ағартып ҡуйылған. Беҙ ҙә шул күренеште ҡабатларға ниәтләнәбеҙ. Беҙҙә лә кеше йәшәмәгән йорттар бар, ҡайһы берәүҙәр ҡайтып йыйыштыра, ташландыҡ хәлдәге йорт нигеҙе хужаларының тәртипкә килтереүен һорайбыҙ. Тимербай ауылы яғына барған юлда бик матур шишмә бар, сәй ҡайнатып ял итерлек урын булдырып, тирә-яғын тәртипкә килтермәк­себеҙ. Ауылда мәсет төҙөү тура­һын­да хыял итәм. Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй, тигәндәй, музей директоры Ризилә Биктимерова, клуб мөдире Розалия Хәлилова, башланғыс класс уҡытыусыһы Гөлфиә Рахманғолова, ауыл аҡһаҡалы Ришат Йомағолов, ағинәйҙәр ойошмаһы ҡулға-ҡул тотоноп эшләйбеҙ.  “Әхирәттәр” фольклор ансамбле Кинйәабыҙ ауылы ҡатын-ҡыҙҙарын берләштерә, бөтә ауыл биләмәһе халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға гуманитар ярҙам күрһәтеүҙә әүҙемлек күрһәтә.

 

– Граждандарҙы шәхси мәсьәлә­ләр буйынса даими ҡабул итәһегеҙме? Бөгөн кешеләр ниндәй һорау менән килә?

– Мөрәжәғәттәр күп, ҡайһы берәүҙәр быны – телдән, икенселәре яҙма рәүештә эшләй. Барыһы ла тиерлек шәхси һорауҙар һәм проблемалар менән мөрәжәғәт итә. Инициатива күрһәткәндәр йәки үҙ тәҡдимдәрен индергәндәр, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бер нисә кеше, әммә улар бар.

 

– Фәнис Мансур улы, һеҙ – ошонда тыуып үҫкән, тамыр ебәргән кеше. Фермерлыҡ менән дә шөғөлләнгәнһегеҙ. Тиҫтә йыл элек үҙегеҙҙе ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы булып эшләрмен тип күҙ алдына килтерә инегеҙме?

– Күмертауҙа педагогия училище­һының физкультура бүлеген тамам­лағайным. Йүнәлтмә буйынса Ғафури районына уҡытырға ебәрҙеләр. Музей директоры ла булдым, биш йыл Свобода ауыл мәктәбе директоры вазифаһын тарттым, дөйөм педагогия стажым – егерме һигеҙ йыл. Уҡытыусы  булғас, үҫеп килгән быуындың киләсәге өсөн борсолам. Яңы Таймаҫ ауылында Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия асылғас, яҡын-тирәләге ауыл­дарҙа мәктәптәр башланғысҡа ғына ҡалды­рылды, Төкәндә бөтөнләй ябылды. Әлбиттә, автобус өлкән класс уҡыу­сыларын дәрескә алып бара, алып ҡайта, әммә уларҙың талантын үҫтереү, һөнәри оҫталығын асыҡлау, һөнәри йүнәлеш бирә торған түңәрәктәргә ҡа­лып шөғөлләнеү мөмкинлеге юҡ.

 

– Ауыл биләмәһе хакимиәте эшенең төп асылы нимәлә?

– Иң мөһиме – ауылдар үҫһен, сәскә атһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләргә кәрәк. Беҙ бит ябай халыҡ, һәм йәшәү рәүешебеҙ күпселек кешенеке кеүек. Халыҡ беҙҙең эштең һөҙөмтәлелеген баһалай. Үтәлмәҫлек вәғәҙәләр бирмәҫкә тырышабыҙ.

 

– Ауыл халҡына нимә теләр инегеҙ?

 – Кесе Ватанығыҙҙы яратығыҙ, уны хөрмәт итегеҙ, һеҙ йәшәгән ерҙә һәр ваҡыт таҙа, матур, уңайлы булһын. Ауылда ла йәшәргә була. Ҡош-ҡорт, мал тотоп, тырышып эшләргә кәрәк. Ғаиләлә­регеҙгә муллыҡ, ә тыуған төбәгебеҙҙең йәшәүен һәм үҫешен теләйем.

Ҡайтыр яҡҡа юлланғанда Төкән ауылы янында тамырҙары менән ныҡлы берегеп үҫкән 200 йыллыҡ тирәк ауылдың киләсәген һаҡлап торған кеүек тойолдо миңә. Иман юлында йөрөгән, Аллаһы Тәғәләнән көтөп, ҡул ҡаушырып ултырмайынса, тыуған яғының киләсәген ҡайғыртҡан рухлы, белемле, ғилемле, маҡсатлы етәкселәр булғанда, ауылдар ҡоромаҫ, иншалла.

Әҡлимә ИМАМОВА

Читайте нас