

Күсәрбайҙа балаҫ оҫталары йәшәгәнлеген быға тиклем ишетеп белһәк тә, күптән түгел ауылға барып, быға йәнә инанып ҡайттыҡ. Ауыл клубы мөдире, шулай уҡ мәҙәниәт усағында ойошторолған этник-башҡорт балаҫы оҫтаханаһы етәксеһе Гүзәл Аҡсулпанованан нисек итеп балаҫ һуғыу эшен йәнләндереүҙәре тураһында белештек.
– Был оҫтахана 2021 йылдан эшләп килә. Бында оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа йөрөй. Башҡортостан Башлығы грантын отоп, 470 мең һум аҡсаға биш өҫтәл станогы, бер ҙур станок алып, эште ныҡлап башлап ебәрҙек. Күберәк был оҫтаханала ваҡыт иркенәйгәс, көҙгө- ҡышҡы ваҡытта шөғөлләнәләр. Өҫтәл станоктарында балалар ҙа эшләргә өйрәнде. Ҡыҙҙар ғына түгел, ҡыҙыҡһынып килгән малайҙар ҙа булды. Балаҫ оҫталарыбыҙҙың иң кесеһе – ете, иң өлкәне 85 йәшлек. Хәҙер апайҙарыбыҙ район, республика кимәлендә оҫталыҡ дәрестәре лә күрһәтә. Үҙебеҙҙә өйрәтеүселәр булыуы менән дә бәхетлебеҙ. Иң беренсе балаҫ һуғыуҙы тергеҙергә тигән идеяны ошо һөнәр оҫтаһы Флүрә Аҡсулпанова күтәреп сыҡты һәм грант ярҙамында ошо маҡсатыбыҙға өлгәштек. Киләсәккә уй-хыялдарыбыҙ ҙур. Балаҫ етештереү эшен яйға һалырға ниәтебеҙ ҙә бар, – тип һөйләне Гүзәл Шакир ҡыҙы.
Оҫтахана асылыуға күп ваҡыт үтмәгән, йәш быуын матур һөҙөмтәләр ҙә күрһәтә. Мәктәп уҡыусылары араһында үҙҙәре һуҡҡан эштәре менән Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурста беренсе урынға лайыҡ булыусылар ҙа бар.
Клубта йәш быуын менән эшләүгә ҙур иғтибар бирелеүе һөйөндөрҙө. Балалар өсөн “Йәйғор” вокаль ансамбле эшләп килә. Ниндәй генә байрам үткәрһәләр ҙә, улар сәхнәнең түрендә.
Ауылым тип йән атып торған кешеләре менән дә данлы Стәрлетамаҡ төбәге. Гүзәл Шакир ҡыҙы ла шундайҙарҙың береһе. Ошо ауылда тыуып үҫкән ҡыҙ, ситтә бәхет эҙләмәй, башҡа тарафтарға эшкә саҡырһалар ҙа йәнтөйәгенән китмәй, ауылында төпләнә. “Ауылдың бер осонда тыуҙым, икенсе осона кейәүгә сыҡтым. Ауылымды ташлап китә алманым”, – ти ул, йылмайып. Тормош иптәше менән ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, күркәм донъя көтәләр. Әңгәмәсемдең уҡытыусы булып эшләү тәжрибәһе лә бар, хәҙер 20 йылдан ашыу ул ауыл клубына етәкселек итә.
– Ауылымды ла, эшемде лә, кешеләрен дә яратам. Беҙ үҙ-ара бик татыубыҙ, берҙәмбеҙ, –ти Гүзәл Шакир ҡыҙы.
Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА