

Һәр кемдең ниндәй ҙә булһа шөғөлө бар. Мин үҙемде һәүәҫкәр балыҡсыларға индерәм. Бәләкәй саҡтан, үҙемде белә-белгәндән, балаҡты тубыҡҡа хәтлем төрөп, атайымдың артынан ҡармаҡ тотоп йөрөгәнемде иҫләйем. Хәҙер инде унан һуң дүрт тиҫтә йыл ваҡыт уҙҙы.
Донъя күрәм тип...
Йыраҡҡа иптәшләшеп, төнгөлөккә ҡалып йөрөргә тура килә, бергә күңеллерәк тә. Андреичты осратҡансы, ниндәй генә балыҡсылар менән танышырға тура килмәне. Берәүһе барып етеү менән араҡы шешәһен ҡосаҡлап ала, ҡармаҡ тотоп йылға буйында ултырыуҙы онотоп, усаҡ төбөнә ауа. Бергә барғас, гәпләшә-гәпләшә усаҡ яғыу, уха бешереүгә ни етә лә бит. Икенсеһе (беҙ йыраҡҡа, Һаҡмар, Һалмыш йылғаһына барып йөрөйбөҙ) машинаға ултырыу менән “әүен баҙарына китә”, һөйләшергә лә яратмай, бергә ултырып ашау тураһында һүҙ ҙә юҡ, йөрөй шунда үҙ алдына йылға ярында.
Үҙемде хатта таксист итеп тоя башланым бер заман. Яңыраҡ Андреич менән Ырымбур яғына барҙыҡ. Серәкәй, ләпәк быйыл ғүмерҙә булмағанса күп, таланылар ғына. Хет ҡортсоларҙың махсус эшләпәһен кей. Селәүгә лә, тере бәләкәй балыҡҡа ла, һыу төбө ҡармағына ҡарпытҡыс ҡуйып та балыҡ тоттоҡ.
Һаҡмар – тулы һыулы йылға, яр буйында усаҡ яғыр өсөн ағас та күп, ҡондоҙҙар үткер теше менән ағастарҙы йыҡҡан ғына. Яр буйында үҙҙәренә һыуға эйеп төшөр өсөн шыуғалаҡтар яһаған. Ҡырағай тәбиғәт, көпә-көндөҙ ҡоралайҙы осратыуы бер ни түгел.
Беләһегеҙме, ни әйтергә теләгәйнем? Донъя күрәм тип, халыҡ ер аяғы ер ситенә саба. Үҙебеҙҙәге тәбиғәттең хозурлығын асығыҙ, сәйәхәт итегеҙ!
Ни ҡәҙәр ауыр булһа ла, аҡҡан һыуҙарға ҡара
Курсташтың йырға һалған шиғырын күңелдән үткәреп, Һаҡмар йылғаһы буйында йөрөйөм. Тормошта булған ауыр мәлдән һуң тәбиғәткә сығыу ҡайғылы кисерештәрҙе тарата кеүек. Яңғыҙың ғына тәбиғәт ҡосағында ҡалғас, тәү ҡарашҡа тирә-яҡтағы тынлыҡҡа хайран ҡалаһың. Тик ул беренсе ҡарашҡа ғына шулай. Ана, ағастың иң бейек нөктәһенә ҡунаҡлаған балыҡсы ҡарсыға (кәлмәргән) үҙенең биләмәһен һаҡлай, сырылдатып бәләкәйерәк ҡоштарға ташланыуҙан да тартынмай, үҙенә табыш көтә.
Әбйәлил, Баймаҡ яғында башланып, Уралға ҡойған бай, мул йылғаға һоҡланып ҡарап тороуым. Уның текә ярында төҙ ҡарт уҫаҡтар үҫә, дүрт-биш метрға киткән тамырлылары яҙғы ташҡында йылғаға ауған (әллә ҡондоҙ кимереп, үҙенә ҡышҡылыҡҡа аҙыҡ әҙерләгән), “ана йығылам, бына йығылам” тип торғандары күп. “Элегерәк уларҙы йылға буйлап һал менән ағыҙып төҙөлөштә ҡулланғандар. Уҫаҡтан өй бүрәнәһе балауыҙҙай һап-һары була”. Урман кешеһе булараҡ үҙемдең күҙәтеүҙәрем иҫкә төшә.
Йылғаның икенсе яры ваҡ ҡына таш менән ҡапланған. Әйтерһең дә, һыу инер өсөн махсус яһалған пляж кеүек. Шәп ағышлы йылға урыны менән шарлауыҡҡа әйләнә, томбойоҡтар үҫкән урында ҡурҡыныс булып өйөрөлөп китә. Лиана рәүешендәге үҫемлектәр һыу тулҡынында йыландай бөгөлә-һығыла, уларҙың ысын тере йән эйәһе икәненә шик ҡалмай.
Кис еткәс, ҡараңғы болоттар ҡапыл күк йөҙөн ҡаплап алды. Киҫкен иҫкән ел усаҡ, фонарь яҡтыһына ваҡ ҡына күбәләктәрҙе ҡыуып килтерҙе. Урыҫса мотылек тип аталған бахырҡайҙар яҡтыға ташлана ла шунда уҡ һәләк була. Тәжрибәле балыҡсы ап-аҡ булып һыу өҫтөн ҡаплаған күбәләктәрҙе фонарь менән яҡтыртып ҡарап, ихлас ҡыуана. Баҡтиһәң, бындай күренеш йылына бер-ике генә тапҡыр була, икенсенән, мул емгә балыҡ һәйбәт ҡармаҡлаясаҡ, табыш та мул буласаҡ. Иртәгәһенә ажау, опто, өс килолай тартҡан һыла балығын һөйрәп сығарғас, йомшаҡ һыулы серле Һаҡмарға ғашиҡ булаһың. Һеҙ ҡасан һуңғы тапҡыр тәбиғәт ҡосағына сыҡтығыҙ? Йәмле көндәрҙә һыу инергә, дарыу үләндәрен йыйырғамы? Бәлки, шешлек ҡыҙҙырырғалыр? Төнөн үҙенең парын эҙләп ҡысҡырған ата ҡоралайҙың тауышын ишетергә, таңын һыулауға төшкән ҡабан сусҡаһы ғаиләһен күргегеҙ килһә, тәбиғәткә йышыраҡ сығығыҙ, йәнегеҙгә ял алырһығыҙ.
Фәүзи ЗӘЙНЕТДИНОВ