Йәмғиәт
20 Июнь 2023, 12:48

Ситтән бәхет эҙләмәгән улар

Аталы-уллы фермерҙар ауыл хужалығын күтәрә.

Заман ауырлыҡтарынан ҡурҡмай,  мәлендә үҙ эшен ойошторған Кинйәбай Аҡсулпановтың крәҫтиән (фермер) хужалығы бөгөн аяғында ныҡлы баҫып тора.

Стәрлетамаҡ районының Күсәрбай ауылында тыуып үҫкән егет йәштән үк үҙен ауыл хужалығында күрә. Һигеҙенсе класты тамамлағандан һуң, Шафран һөнәрселек училищеһында ветеринар-фельдшер һөнәрен алып сыға. “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ” тигәндәй, аҙаҡ Стәрлетамаҡта водитель таныҡлығы ла ала, зоотехник белгеслегенә лә  уҡый. Һөнәрле егет колхозда тиҙ урынын таба, водитель булып эш башлай.

Үҙенең икенсе яртыһын осратып, Рәйлә Абдрахман ҡыҙы менән өйләнешеп, йәш ғаилә ауылда төпләнә. Ваҡыт үтеү менән ҙур йорт һалып инәләр. Өс бала: ике малай, бер ҡыҙ үҫтереп, барыһына ла юғары белем биргәндәр. Балалары менән ихлас ғорурлана улар: ҡыҙҙары Рәйсә – педагогия фәндәре кандидаты, Стәрлетамаҡ педагогия академияһында уҡыта. Ә улдары Юлай – Өфөлә  Мәғарифты үҫтереү институтында проректор, Данирҙары атаһының эшен дауам итә, фермер хужалығын алып бара. Төп эш улы иңендә, Кинйәбай Аҡсулпанов ойоштороу мәшәҡәттәре менән мәшғүл.

– Йәш саҡта “фермер булырмын” тип уйламаным. Донъялағы үҙгәрештәр арҡаһында, заман талабына ярашлы килеп сыҡты фермерлыҡҡа тотоноуым. Колхозда хәлдәр ауырлашты, балаларҙы үҫтерергә, уҡытырға кәрәк. 2003 йылда 25 гектар ер алып, колхоздан айырылып сығып, фермер хужалығы ойоштороп  эш башланым. Тиҙҙән колхоз тарҡалды. Мин ерҙе тағы ла арттырҙым – 154 гектарға етте. Бойҙай, арпа сәсеп, һалам преслап эшләп алып киттек. Шулай ун йылдан ашыу эшләгәндән һуң, 8-әр гектарҙан  40 пай ерен пайсыларҙан һатып алып, ер майҙанын арттырҙыҡ. Хәҙер сәсеүлектәребеҙҙең майҙаны  482 гектарға етте. Беҙҙең баҫыуҙарҙа халыҡта һорау менән ҡулланылған  бойҙай, арпа, һоло күпселек майҙанды тәшкил итә. Халыҡ та игенле, һаламлы була, беҙгә лә файҙа, – тип һөйләне фермер.

Үткән йыл хужалыҡ өсөн айырыуса уңышлы килә. Үҫтергән уңышты әле һатып та бөтмәнек, ти Аҡсулпановтар.

Быйыл яҙ иртә килгәс, сәсеү эштәрен дә 7 майҙа уҡ тамамлап, химик утау эштәрен башҡарып ҡуйғандар. Хәҙер сәсеүлектәр ямғыр көтә.

– Быйыл ер тиҙ өлгөрҙө. Был иһә дым юғалғансы  ҡыҫҡа ваҡыт эсендә сәсеп өлгөрөүҙе талап итте. Ошо йәһәттән  яҙ үҙенсәлекле булды, – ти Аҡсулпановтар.

Уңыштың сифаты күп нәмәгә бәйле. Шул иҫәптән техникаға ла. Хужалыҡҡа тәүҙә  МТЗ-82 тракторы, аҙаҡ “ГАЗель” машинаһы, орлоҡто сортҡа айырыу агрегаты һатып алғандар. Шул уҡ ваҡытта ҡулланылған техниканы ремонтлап та эшкә яраталар.

Малсылыҡта үҙен һынарға, башҡорт тоҡомло аттар алып, уларҙы үрсетергә тигән хыялы ла бар Күсәрбай фермерының.  Уларҙы аҫрау өсөн ҡуралар булмауы әлегә тотҡарлыҡ тыуҙыра.

– Йәш сағымда ауылдан китмәгәнемә шатланам. Күптәр Себер тарафтарына  юлланып  аҡса таба. Тырышһаң, бында Себерҙәгенән дә күберәк аҡса эшләп була, – ти Кинйәбай Шәйбәк улы.

Ауылда фермер хужалығы булыуының ыңғай яҡтары күп. Ауылдаштарын эшле итеү йәһәтенән дә файҙаһы тойола.

“Булыр бала биләүҙән” тигәндәй, улдары Данирҙың  ауыл хужалығы тармағын һайлаясағы ла бала сағынан  һиҙелә.

– Алты йәштән  атайым эргәһендә уға асҡыс биреп,  машина ремонтлашып йөрөй инем. Ауылда тыуып үҫкәс, күңел тап ошо эшкә тартылды. Тәүҙә бухгалтер һөнәренә уҡыным, аҙаҡ педагогия академияһының технология-иҡтисад факультетын ситтән тороп тамамланым, ләкин уҡытыусы булыу ҙа, бухгалтер һөнәре лә күңелемә ятманы. Атайым фермерлыҡҡа тотонғас, уға ярҙам итергә тигән ниәт барлыҡҡа килде, сөнки бер кеше әллә нимә  эшләй алмай. Атайым да олоғая, уның шөғөлөн  дауам итеүсе кәрәк, тип уйланым. Ауыл хужалығында эш башлағас та, күңелемә ятты.  Яратҡан хеҙмәтең булыуы күңелгә кинәнес бирә, – ти Данир  Кинйәбай улы.

Уға атаһы ла ҡушыла:

– Эргәмдә улым булғас, эшемдең дауам ителеренә ышаныс ҙур. Беҙҙең бурыс – ата-бабаларҙың юлын дауам итеү, улар төйәк иткән ерҙә  тормошто һүрелтмәү.

Әйткәндәй, Аҡсулпановтарҙың стенаһында ҙур итеп шәжәрә һүрәте эленгән. Тарихҡа, нәҫелде өйрәнеүгә лә был ғаиләлә иғтибар ҙур.

– Шәжәрәне тәүҙә үҙебеҙ оло кешеләрҙән өйрәндек. Аҙаҡ архивтан ҡарап нығыттыҡ. Ауыл ҡарттарының әйткәне дөрөҫкә сыҡты. Беҙҙең етенсе быуын ҡартатай – Күсәрбай. Ул беренсе башҡорт дворяны булған. Был мәғлүмәттәрҙе архивтан алдыҡ. Улы Аралбай, 1812 йыл Ватан һуғышында ҡатнашып, Коврин ҡалаһын алғанда батырлыҡ күрһәткән  һәм “Изге Анна” ордены менән бүләкләнгән. Уның полкы беренселәрҙән булып Париж ҡалаһына барып керә. Нәҫелебеҙ көслө булған. Беҙ уларҙың юлын дауам итергә тейеш. Шуға ла ауылды ташлап китмәнек, һаҡларға тырыштыҡ, – ти фермерҙар.

Үткәндәргә таянып, киләсәккә яңы маҡсаттар билдәләп йәшәгәнгә лә Аҡсулпановтарҙың эше лә, тормошо ла алға бара. 

Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА 

Читайте нас