

“Башҡортостан” ирекмәндәр мотоуҡсылар полкы яугирҙәре өсөн гуманитар ярҙам “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк һәм урындағы бүлексәләре базаһында 24 июнгә тиклем ҡабул ителә.
Оҙатыу “Башсельхозтехника” базаһынан үҙәкләштерелгән рәүештә ойоштороласаҡ.
Әгәр һеҙ “Башҡортостан” полкы яугирҙәренә гуманитар ярҙам ебәрергә теләһәгеҙ, түбәндәге шарттарға иғтибар итергә кәңәш итәбеҙ:
– Посылкалар ҡумталарҙа булырға тейеш (йөк тейәү/бушатыу өсөн паллеттар булдырыу өсөн 30х30 см ҙурлыҡта);
– Посылка һеҙҙең алдығыҙҙа ҡабул иткәндә йәбештерелергә тейеш. Өҫтөндә батальон, рота һәм фамилияһы, тулы исем-шәрифе күрһәтелгән наклейка йәбештерелә (саҡырыу билдәһе күрһәтелмәй).
Иғтибар: адресы ҙур, аныҡ һәм аңлайышлы яҙылырға тейеш.
Тәҡдим ителгән тауарҙар: эске кейем, ойоҡбаш, шәхси гигиена әйберҙәре, батареялар, быҡтырылған консервалар, балыҡ консервалары, кәнфит, ҡуйы һөт, тәмәке, шәкәр, шоколад, сәй, кофе.
Посылкаларға алкоголь, наркотик, аҡса, тиҙ боҙола торған аҙыҡ-түлек, үткер әйберҙәр, гаджеттар, ҡорал, боеприпастар һәм башҡа тыйылған әйберҙәр һалыу ҡәтғи тыйыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бөтә посылкаларҙы дымдан һаҡлау һәм башҡа төрлө зыян күрмәһен өсөн мотлаҡ целлофанға (стрейч-пленкаға) төрөргә кәрәк.
Йыйыу пункттарының адрестары һәм телефондары менән “Берҙәм Рәсәй” партияһының төбәк бүлексәһенең рәсми сайтында танышырға мөмкин: https://vk.cc/ckQ7kK
Тулыраҡ мәғлүмәтте телефон аша асыҡларға мөмкин: 8 (917) 746 - 84 - 55 (Марс Фәрит улы Исламов), 8 (927) 082 - 00 - 22 (Раил Әлфрит улы Әҙиәтуллин).
Фото: vk.com/erbashkortostan, infochelyabinsk.ru