

Йыл һайын 22 июндә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә. Был көндө 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана, ул ил тарихында иң ҡанлы һәм емергес һуғыш була. Бөтә илдә иҫтәлекле саралар үткәрелә, Бөйөк Ватан һуғышы һәйкәлдәренә сәскәләр һалына, Хәтер шәмдәре акцияһы үтә.
Был көндө мәктәп уҡыусылары ла ситтә ҡалманы. Баҡалы районының Иҫке Ҡорос урта мәктәбенең көндөҙгө лагерь тәрбиәләнеүселәре өсөн Бөйөк Ватан һуғышы һәйкәле янында патриотик сара үтте. Балалар хәрби вальс та бейеп күрһәтте.
Фото: vk.com/wall-137549958_336?w=wall288491547_1826
Автор видеоһы.