

26 – 28 июнь Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең X форумы үтә. Был көндәрҙә Башҡортостан бөтә Союз дәүләттәренең эшлекле майҙансығына әйләнә.
Форум сиктәрендә үткән иң сағыу ваҡиға “Контрастың сағыу сиктәре” тип аталған Рәсәй һәм Беларусь Республикаһының мода йорттарының коллекцияларын презентациялау буласаҡ. Ул 27 июнь йәмле Ағиҙел яры буйында үтә.
Был сара ике төбәктең модалы һәм эшлекле кейем өлгөләре әҙерләү буйынса иң яҡшы дизайнерҙарын берләштерер.
Мода күрһәтеү концепцияһы нигеҙенә Мостай Кәрим шиғыры һәм Айрат Тереғолов картинаһы һалынған.
Беҙ ҡунаҡтарҙы халыҡтарҙың нәфис промыслаларын һәм заманса модаһын үҙ күҙҙәре менән күрергә саҡырабыҙ.
Ағиҙел ярында сәғәт 21.00-дә көтәбеҙ.
Фото:haibh.ru