

23 июндә баш ҡалабыҙҙа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Йәмәғәт ярҙамы штабын асыу тантанаһында ҡатнашты. Был - төбәктең әүҙем кешеләренең башланғыстарына ярҙам үҙәге.
Майҙансыҡ төбәк үҫешенә йүнәлтелгән уңышлы проекттарҙы формалаштырырға һәм тиражларға булышлыҡ итә. Штаб базаһында Рәсәйҙең яңы төбәктәрендә эшләү өсөн ирекмәндәр ҙә әҙерләнәсәк. Офис Өфөлә Зәки Вәлиди, 1 адресы буйынса урынлашҡан.
- Йәмәғәт ярҙамы штабы үҙенең Тыуған илен яратҡан, уның үҫеше өсөн янып-көйгән, битараф булмаған кешеләрҙе берләштерә. Бында ил һәм республика өсөн файҙалы башланғыстарҙы тормошҡа ашырырға булышлыҡ ителәсәк. Ойошма эшендә уңыштар теләйем, - тине Радий Хәбиров.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.