

“Үҙемде иҫләй башлағандан сәхнәләмен, яҡшылап һөйләшә белмәһәм дә, байрамдарҙа бейеп йөрөгәнем хәтерҙә”, – ти Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәгән йәш белгес. Ғәҙәттә, ҡыҙҙар ҙур сәхнә хаҡында хыялланып, ҡалаға юллана. Гөлназ Арыҫланова иһә, тыуған яғына ҡайтып, бейеү сәнғәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә.
Тәүге башҡарған бейеүе “Бишбармаҡ” булған. Беренсе класҡа барғанында ла ҡалғандар шиғыр һөйләгән, ә Гөлназ бейегәнен хәтерләй.
Мәктәп йылдарын бейеү түңәрәктәрендә, төрлө мәҙәни сараларҙа ҡатнашып үткәрә ул, ә иң иҫендә ҡалғаны – “Һылыуҡай” республика бәйгеһе. Урта дөйөм белем алғас, һөнәр йәһәтенән бер ҙә икеләнмәй – үҙен сәнғәт өлкәһендә күрә... Тик мәктәпте гел “бишле”гә һәм миҙалға тамамлағас, әсәһе һәм туғандары сәнғәт юлынан китеүенә ҡаршы төшә. “Һаман иҫемдә юридик факультетҡа имтихандар биреп йөрөгән арала Өфө дәүләт сәнғәт академияһының абитуриенттарын барып ҡарап йөрөүем, тик был ситтән күҙәтеү генә булды, әсәйемдең һүҙен ҡыя алманым”, – ти Гөлназ. Өфө хоҡуҡ институтының юриспруденция факультетына бюджет нигеҙендә уҡырға инә ул. Әммә мәҙәниәт үҙенә әйҙәй, икенсе курстан һуң ҡайтып, тыуған ауылы Матрайға эшкә төшә. “Бик күп ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килде: туғандарымдың риза булмауы, уҡыу йортонан документтарҙы ала алмай йөрөү, әммә минең ныҡыш холҡом барыһын да еңеп сыҡты”, – тип хәтерләй тырыш ҡыҙ. Мәҙәниәт йортонда матур итеп эш башлағас, ошо өлкәлә белем кәрәк икәнлеген аңлай һәм Сибай институтының хореография бүлегенә уҡырға инә. Уҡыуын уңышлы тамамлап ҡайтып, яратып өлгөргән Матрай мәҙәниәт йортонда үҙ эшен дауам итә. Мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәт стажы – 15 йыл, уның араһында ете йылға яҡын Балалар сәнғәт мәктәбендә бейеү класы уҡытыусыһы булып та эшләй. “Ғорурланырлыҡ уҡыусыларым бар, улар хәҙер үҙҙәре ышаныслы рәүештә сәнғәт өлкәһендә тәүге аҙымдарын яһай. Иң ҙур шатлығым – уларҙың уңыштары”, – тип һөйөнә Гөлназ.
Әлеге көндә ул – “Таштүре” халыҡ бейеү коллективы етәксеһе. Эшен бик яратып башҡара. Районын данлап, республика кимәлендә сығыш яһайҙар, “Байыҡ” республика телевизион бәйгеһендә төрлө номинацияларҙа лауреат исемен алып торалар, башҡа сараларҙан да ситтә ҡалмайҙар. “Коллективымда иң яҡшыларҙан: “халыҡ” исемен йөрөткән “Илһам” театры (етәксеһе – Мәүлиҙә Заманова), “Түңгәүер” халыҡ фольклор ансамбле (етәксеһе – Гөлсимә Солтанова), өсөнсөһө – үҙем етәкләгән “Таштүре” халыҡ бейеү ансамбле. Үткән йылда федераль программа буйынса мәҙәниәт йортона яҡшы ремонт яһалды, эш урыныбыҙ заманса йыһазландырылды. Был йәһәттән район етәкселегенең дә өлөшө ҙур, беҙгә инде шатланып эшләргә лә эшләргә”, – ти ул.
Халыҡ та Гөлназ Арыҫланованың эшенән ҡәнәғәт, сөнки ауылда уның кеүек белгестәр булыуы – ҙур уңыш. Балаларға бейеү өйрәтеп кенә ҡалмай, уларҙы оло сәхнәләргә, конкурстарға алып сығыуға өлгәшә. Эшенең еңел түгел икәнен тик үҙе генә белә ул. Сабырҙар, талантлылар, сәнғәтте ысын күңелдән яратҡандар ғына был өлкәлә эшләй ала...
Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА