Йәмғиәт
23 Июнь 2023, 09:30

Мансур ҡойоһо

Ҡарағайҙар шаулап үҫте…

Ошо ике һүҙ күңелдә әллә ҡайҙа ҡалған тәрән хәтирәләрҙе ҡуҙғатты, иншаллаһ. Дәүләкән районының Мәкәш ауылында, хәҙерге Баҡса урамының осонда, Шаҡа шишмәһе яҡлап дүртенсе өйҙә беҙҙең замандың бер үҙенсәлекле бабайы – Мансур Хәлиулла улы Хәлиуллин йәшәне. Бик тырыш, бик эшсән кеше ине ул, уның йорт-ҡураһында эске яҡлап та, урам яҡлап та бер сүп-фәлән булманы.

Хәҙерге тел менән әйткәндә, был өй, өлгөлө йорт иҫәбенә инеп, шунда мәңгелеккә тороп ҡалыр ине. Уның бәләкәй генә арбаһы булды. Берәй яҡҡа йә иһә ауылдан ситкәрәк ергә сығырға тура килһә, уның юлдашы ошо бәләкәй арба ине. Шуны тартып, йыш ҡына Дәүләкән баҙарына алыш-биреш яһарға йөрөнө. Әммә нисек кенә тырышып эшләһә лә, көн-төн сауҙа итеү менән булышһа ла, байлыҡ уға ҡунманы, ауылда иң ярлы кешеләр иҫәбендә булды. Был хаҡта уның тормош иптәше Тайфа әбей бик зарланып, илай-илай һөйләй торғайны.

“Ҡайҙан был турала беләһегеҙ?”  тип һораһағыҙ, әйтәм: беҙҙең ауылда һөт айырта торған берҙән-бер “Урал” маркалы сепаратор булды. Бахыр  сепарат көндәр буйы туҡтамай эшләне, ваҡыты-ваҡыты менән уны тиҙ генә йыуып алалар ҙа яңынан эшкә егәләр. Был сепарат менән Нигудин утарынан алып юғары осҡа тиклем йәшәгән кешеләр файҙаланды, ҡайһы саҡта сиратҡа ла яҙылдылар. Бөтә ауыл хәбәре ошо һөт айыртҡан ерҙә булды.

Ярай, һүҙем бит бөтөнләй икенсе нәмә тураһында. Ауылымда барлығы өс йылға бар: Шаҡа, Көҙләү, Дегәнәк. Бына ошо өс йылға төрлө урында бер-береһе менән ҡушыла ла ауыл буйлап аға. Шаҡа ул йылдарҙа иң көслө һәм шәп һыулы булды. Ауылдашым Ринат Кәбиров йәшәгән йорт Көҙләү һәм Дегәнәк йылғалары менән Шаҡа йылғаһы ҡушылған ерҙә ултыра. Ул йәмле ер бер ҡайҙа ла китмәгән, урынында тора. Был ике йылға аша ла, Шаҡа аша ла ғүмер буйы күпер булды.

Бына ошо Шаҡа йылғаһы аша күперҙе Мәлих бабайҙар йортона табан сыҡҡас, һул яҡта бер ярымутрау кеүегерәк урын бар, тап ошонда һыу тирмәне эшләне. Уны ҡартатайым Ҡасим Миңләхмәт улы Миңләхмәтов хеҙмәтләндерҙе. Был тирмәндән өҫтәрәк, Ринат Кәбиров йортона табан тирмән йорто торҙо. Һыуҙы тирмәнгә махсус эшләнгән улаҡтар ярҙамында Сәғит Зарипов ағайҙың баҡсаһы аша йүнәлтерҙәр ине.

Тирмәнде туҡтатырға булһа, һыуҙы йылғаға ағыҙа торғайнылар. Унда атайым, Ҡотләхмәт ағай һәм Яппар бабай махсус бик эшләп ҡуйҙы. Ҡасим ҡартатайым да тик торманы, уларға ярҙам итте.

Икенсе һүҙем Шаҡа шишмәһе тураһында булыр. Уның тураһында ауыл халҡы белә торғандыр, тип уйлайым. Бына шул тирәлә йәшәгән кешеләр, шулай уҡ беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа торғандар ҙа, айырыуса ҡартинәйем менән Хаят әбей яҙын-көҙөн, ҡышын шул шишмәнән һыу ташып эсер ине. Кемдеңдер фар­маны менән шул Шаҡа шишмә­һенең ҡалҡыулығында тауыҡ фермаһы һалып ҡуйҙылар. Мин ул саҡта бәләкәй инем, был 1954-1955 йылдар тирәһе булғандыр. Бер аҙ хәтерләүемсә, был төҙө­лөшкә ауыл халҡы ҡаршы булды, ферманы һалдырған кеше ситтән килгәндәрҙе яллап эшләткән, тип һөйләнеләр.

Ферма төҙөлөп бөткәс, унда тауыҡ ҡайтарғандар, ферма хужаһы итеп бер ауылдашыбыҙҙы тәғәйенләнеләр, быныһын мин беләм инде. Яңы ферма хужаһы бүтәндәрҙән дә арттырып ебәрҙе: тауыҡ фермаһын Шаҡа шишмәһе менән тоташтырып, шишмәне әйләндереп, ялан кәртәһе яһап ҡуйҙы, шишмәгә инерлек тә юл ҡалдырманы. Кешегә эсәр һыу ҡалманы, шишмә сыҡҡан ерҙән тауыҡ һыу эскәс, кеше йылғанан һыу алмай башланы. Ул заманда ауыл халҡының бар шөғөлө мал аҫрау булды, бер ғаиләгә дүрт һарыҡ, бер быҙау һәм бер һыйыр тоторға рөхсәт ителде. Шул сәбәпле, кеше ҡош-ҡорт – тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ тоторға әүәҫләнде, һәр ғаиләлә утыҙ-ҡырҡлап ҡаҙ аҫралды, улар иркенләп йылғала көн күрҙе.

Һыу мәсьәләһе ауылдың юғары осонда һәм Мансур бабайҙар тор­ған яҡта ҙур проблемаға әйләнде. Ауылды тотоп торған колхоз рәйесе Ғабдулхаҡ Хәбиб улы, ревкомиссия рәйесе Хәниф Зариф улы Ахунов һәм бухгалтер Мирғәсим Ҡасим улы Әхмәтов был хәлде нисек тә хәл итергә бурыслы ине. Ул заманда контора юҡ ине әле, көнүҙәк мәсьәләләр ошо өс кешенең өйөндә сиратлап йыйылышып хәл ителә. Был көнүҙәк мәсьәләне ҡарағанда, беҙҙең өйгә йыйылдылар, бәхәс бик ҡыҙыу барҙы. Беҙ Марат ағайым менән һике аҫтынан уларҙың бәхәсләшкәнен тыңлап ятабыҙ, беҙгә лә ололарҙың һөйләшеүе бик ҡыҙыҡ ине.

 Ферма төҙөлгән, уны һүтергә бер кем дә рөхсәт итмәйәсәк, буш тоторға ла ярамай, рәйес барыһы өсөн башы менән яуап бирә. Тиҙ арала кәм тигәндә өс ҡойо ҡаҙырға булдылар. Быныһын ауылдың ҡойо ҡаҙыу оҫталары Ахмаян Әхмәтрәхимов һәм Мөхәмәҙи Зыяев ағайҙарға йөкмәттеләр. Шулай төн үтте, колхоздың башҡа мәшәҡәттәре табылыпмы, ниндәй сәбәптәндер был мәсьәлә онотолдо. Берҙән-бер көн атайыма почтальон Әлфиә апай ҙур ғына конверт тоттороп китте, “еҙнә, һинән башҡа бер кем дә хәл итмәҫ был хәлде” тип әйткәне иҫтә. Был хат “Совет Башҡортостаны” гәзитенән килгәйне. Нигудин утарынан Сафа Ғилманов бабай яҙған икән ул хатты, әлеге лә баяғы шул тауыҡ фермаһы тураһында.

Халыҡ йонсоғайны шул ферманан. Ошо хат этәргес булды ла ин­де теге эште башҡарырға. Хәте­ремдә, кис беҙҙең күтәрмә төбөндә сәй эсеп ултырабыҙ – барыбыҙ ҙа унда нисек һыйғанбыҙҙыр, сөнки күмәк инек. Ул арала Ғабдулхаҡ ағай менән Ҡотләхмәт ағай килеп инде, беҙ тиҙ генә ололарға урын биреп, табындан тороп киттек. Барыһы ла сәй эсергә ултырҙы һәм шул уҡ һөйләшеү башланды. Бер ваҡыт Ҡотләхмәт ағай һүҙ алды: “Иптәштәр, был мәсьәләнең бер өлөшөн хәл иттек инде. Әүҙем кешеләрҙе йыйып, Мансур ағай тапҡырында ғына бик һәйбәт шишмә ҡаҙыныҡ, ултырып ял итергә эскәмйәләр ҙә ҡуйҙыҡ. Ышанмаһағыҙ, әйҙәгеҙ, барып ҡарайыҡ”, – тине.

Шул ваҡыт атайым телгә килде: “Беҙ тирмәнде туҡтатып, Шаҡа башын ихаталап, кешеләргә һыу бирергә тип план ҡорабыҙ, ә һеҙ мәртәбәле эште башҡарып та ҡуйғанһығыҙ. Вәт, шилма малай! Ҡотләхмәт, һин үҙең генә эшләмәгәнһеңдер, кемдәрҙе эшкә ҡуштың, дауай фамилияларын, Ваһапҡа яҙып бир, аҙ булһа ла “трудодень яҙһын”, – тине. Ваһап тигәндәре ул ваҡытта бригадир булып эшләгән Ваһап Зарипов ине. Ошо шишмә тураһында һүҙ сыҡһа, һәр ваҡыт Ҡотләхмәт ағай иҫкә төшә, бигерәк тә яҡшы, бала йәнле кеше булды бит ул. Кеҫәһендә нимә бар, шуларҙан беҙгә, бала-сағаға, өлөш сығарыр булды. Үҙе ҡайһылай шаян ине!

Бер ваҡыт мине саҡырып алды ла: “Инәйеңде күрҙеңме әле? Ул яңы ғына һине эҙләй ине”, – ти. “Юҡ”, – мин әйтәм. “Улайһа бар, Мөғлифә әбейҙе сәй эсергә саҡы­рып кил”, – ти. Уйлап-нитеп тороу юҡ, ололарҙы нисек тыңламайһың инде, йүгерҙем юғары осҡа. Мөғлифә әбейемде сәйгә саҡырҙым, ул да тиҙ генә йыйынып, беҙгә табан юл алды. Өйгә ҡайтһам, инәйем әрләшә, “ниңә оло кешене алдап йөрөйһөң, бында сәй ҡайғыһы юҡ бит әле” ти. Мөғлифә әбейем оло яҡтан сығып килә, “рәхмәт, улым, сепарат айыртҡан ҡатындар менән сәй эсеп, күңелем булып ҡайтайым инде” тигән була.

Шулай яңы шишмәне ҡаҙы­нылар, тик уға исем бирергә ни өсөндөр береһенең дә башына килмәне. Йылдар үткәс, ул яйлап Мансур ҡойоһона әйләнеп китте.

Оҙаҡ йылдар ҡулланды халыҡ был ҡойоноң тәмле һыуын. Тик арабыҙҙа намыҫһыҙ кешеләрҙең булыуы, ҡайһы бер йылдарҙа ҡаҙ, өйрәк һуйған кешеләрҙең ҡош-ҡортон шунда эшкәртеп китеүе йәмһеҙ күренеш булды. Мансур бабай берәй яҡҡа сығып китһә йәки зыяратта эш менән мәшғүл булһа, ҡайһы бер тәртипһеҙҙәр шулай ҡыланды.

Әйткәндәй, зыярат тирәләй үҫ­кән ҡарағайҙарҙың барыһын да Мансур бабай ултыртып сыҡты. Ағыр шишмәне берәйһенең быс­рат­ҡанын күрһә йә ишетеп ҡалһа, был намыҫһыҙға рәхәт булмағанын аңлайым – Мансур бабай ундайҙар менән һөйләшә белде. Әйткәндәй, был ҡарағайҙарҙың шаулап үҫеп китеүе лә Ҡотләхмәт ағайға бәй­ләнгән. Ул заманда йылдар ҡоро килде, колхозда трактор ҙа, башҡа төрлө техника ла юҡ. Ҡотләхмәт ағай Романовкаға (беҙҙеңсә, Александровкаға) йыш йөрөнө.

Бер барыуында МТС-тың баш инженеры Василий Потапычтан тәгәрмәсле һауыт һорап, уны һыу менән тултырып, зыяратҡа килтертте. Һыу булғас, Мансур бабай иренмәне, һыуҙы ташып, һәр  ағас төбөнә һибеп сыҡты.

Теге “Совет Башҡортостаны”нан килгән хатҡа, күрәһең, яуап яҙылған булғандыр, бер мәл редакциянан хәлде тикшерергә хәбәрсе килеп төштө. Бик йәш, эшлекле күренә, тип һөйләнеләр аҙаҡ. Ул килгән көндә тауыҡ фермаһының ялан кәртәһен һүттеләр, ферма мөдиренә шелтә лә биргәндәр, тинеләр, әммә хәбәрсе бының менән генә туҡталып ҡалманы. Ферманан тауыҡтарҙы алдырып, уларҙы беҙҙең баҡса аръяғындағы һарыҡ фермаһына күсерттерҙе. Ә тауыҡ фермаһы бинаһы иген һаҡлау өсөн келәткә әйләнде. Бына шундай көслө ине матбуғат баҫмаһы –“Совет Башҡортостаны” гәзите.

- Рифат ӘХМӘТОВ
Дәүләкән ҡалаһы

Читайте нас