

Камилә Яҡупова – буласаҡ табип, Башҡортостан дәүләт медицина университеты студенты. Бар яҡтан һәләтле ҡыҙ уҡыуҙа күп уңыштарға өлгәшкән. Йәнә ул – Башҡортостан Республикаһында “Йыл студенты-2022” Рәсәй милли премияһына “Стоматология” номинацияһында еңеүсе, Мәскәү ҡалаһында “Йыл студенты-2022” Рәсәй милли премияһы һәм Бөтә Рәсәй “Мин – профессионал” студенттар олимпиадаһы финалисы ла. Уҡыуҙан тыш, уңған ҡыҙ үҙен төрлө матурлыҡ конкурстарында ла һынап ҡарай. “Мисс БДМУ” конкурсында “Мисс артислыҡ һәләте” исеменә лайыҡ була. “Мисс берҙәмлек-2023” республика этник матурлыҡ һәм талант конкурсында “Этно-һылыуҡай” һәм “Мисс тамашасылар һөйөүе” номинацияларында еңеү яулай. Һуңғы конкурс хаҡында Камилә ЯҠУПОВА менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
– Был конкурсҡа һине ниндәй маҡсат һәм хыял алып килде?
– Матурлыҡты күргән, гүзәллекте белгән һәм аңлаған, уға ынтылған, нәфислектең ҡәҙерен белгән кешенең күңеле лә матур, нескә, хискә бай, рухлы һәм намыҫлы була. Мин матурлыҡ төшөнсәһендә ҡатын-ҡыҙҙың сибәрлеген генә күҙ уңында тотмайым. Матурлыҡ – ул тышҡы ҡиәфәт кенә түгел, күңел күркәмлеге, йәмғиәттә үҙ-үҙеңде ипле, әҙәпле, тәртипле тота белеү, рухи байлыҡ – бына ошо сифаттарҙы үҙ эсенә алған да инде был конкурс. Иң мөһиме – был конкурста төрлө милләт ҡыҙҙарының ҡатнашыуы, туған телен, халҡының мәҙәниәтен, сәнғәтен һаҡлауы. Мин дә нәҡ туған башҡорт телемде, халҡымдың иҫ киткес бейеү сәнғәтен, милли йолаларын күрһәтеү һәм яҡлау маҡсатында сыҡтым сәхнәгә. Әйткәндәй, миңә сәхнәлә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Тимерова етәкселегендәге “Ауаз” фольклор ансамбле ярҙам итте. Уларға ҙур рәхмәт.
– Нимә ул матурлыҡ? Һылыу, гүзәл һүҙҙәренең мәғәнәһен нисек аңлайһың?
– Был һорауға һәр кем үҙенсә яуап бирәлер. Был донъяға тыуғандан алып беҙҙе матурлыҡ уратып ала. Бәләкәй саҡта уйынсыҡтарың матур була, тыуған ҡалаң иң күркәме булып тойола, ауылға ҡайтһаң, атай-әсәйеңдең тыуған ауылы иҫ китмәле булып күренә, тәбиғәткә сыҡһаң, уның хозурлығынан күҙҙәр ҡамаша. Үҫә килә кешенең тышҡы гүзәллеген күрәбеҙ. Тик был донъяның асылына төшөнә башлағас ҡына, тирә-яҡтағы кешеләрҙең эске, йәғни күңел матурлығына иғтибар итә башлайбыҙ. Был матурлыҡ кешенең тәрбиәлелегенә, аҡылына, үҙ-үҙен тотошона бәйләнгән. Тышҡы яҡтан иҫ киткес ҡупшы булып та, ҡиммәтле, затлы, зауыҡлы кейемдәр кейеп тә, ҡылыҡ-фиғеле, үҙ-үҙен дорфа, эре итеп тотоуы, эргә-тирәләге кешеләргә һауалы ҡараш ташлауы матурлыҡ һаналмай, әлбиттә. Бындай кешеләр кире ҡараш тыуҙыра. Тышҡы ҡиәфәтең дә, күңел торошоң да, уйҙарың да матур булһын. Донъялағы һәр кеше үҙенсә һылыу, күркәм, гүзәл. Берәүҙәр эше менән матур, икенселәр оҫталығы менән һоҡланғыс, күп бала үҫтергән ҡатындар үҙҙәренсә гүзәл...
“Һылыу” һүҙе күберәк кешеләргә ҡағылһа, “матур” һүҙе тирә-яҡты тасуирлай.
– Конкурста һәм, ғөмүмән, тормошта уңыш сере нимәлә?
– Был донъяла һәр кешенең уңышлы булғыһы киләлер. Мәктәпте, юғары уҡыу йортон уңышлы тамамларға, һәйбәт эшкә урынлашырға, татыу ғаилә ҡорорға, ғөмүмән, тормошта бәхетле булырға. Уңышлы булыу өсөн иң беренсе сиратта маҡсат ҡуйырға кәрәк. Уға өлгәшеү уңыш була ла инде. Маҡсаттарҙың өлгәшә алырлыҡ булыуы мөһим, үҙеңдең көсөң, хәлең етәрлек булһын. Мәҫәлән, мәктәптә яҡшы уҡырға тигән маҡсат ҡуяһың икән, бының өсөн бер аҙ тырышлыҡ ҡына кәрәк. Был сифат уңышҡа алып килә. Тырышлыҡҡа инде үҙ көсөңә ышаныу ҙа өҫтәлһә, бигерәк тә күп үрҙәргә өлгәшергә мөмкинлек арта. Һәр ерҙә лә ҡурҡмайынса, тәүәккәл, тырыш булып, үҙ-үҙеңде яҡлап, һәр ғәмәлгә яуаплы ҡарап эш итә белһәң, мотлаҡ уңышҡа өлгәшәсәкһең. Мин быны үҙемдә һынап ҡарағаным бар.
– Күңелең ял итерлек мауығыуың бармы? Тиҫтерҙәреңә буш ваҡытта нимә менән шөғөлләнергә кәңәш итер инең?
– Әлбиттә, бар. Бәләкәй саҡтан бейеү менән шөғөлләнәм. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа башҡорт телендә үткәрелгән конкурстарҙың, күп төрлө сараларҙың алып барыусыһы булдым. Тел һәм әҙәбиәт, мәҙәниәт, тарих менән ҡыҙыҡһынам, сит телдәрҙе тәрән өйрәтеүсе гимназияла уҡығанлыҡтан, бер нисә телде беләм. Башҡорт теле буйынса олимпиадалар һәм төрлө конкурстар еңеүсеһемен. Бигерәк тә туған телемдә шиғырҙар ятлау ныҡ оҡшай, Өфө ҡалаһының 3-сө гимназияһында башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән уҡытыусым Фәнгизә Рафаил ҡыҙы Нафиҡоваға рәхмәтлемен. “Илһам” нәфис һүҙ һәм “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурстарында еңеү яуланым. Йәштәргә “дөрөҫ һәм сәләмәт тормош алып барығыҙ” тип әйткем килә. Ялҡау булмаһындар, маҡсат ҡуйып, уға өлгәшер өсөн бар һәләтен, бар көсөн, тәүәккәллектәрен һалһындар. Спорт менән шөғөлләнеү, яҡшы эштәр ҡылыу, сит телдәрҙе өйрәнеү һәм шул уҡ ваҡытта туған телеңде белеү мөмкинлектәреңде киңәйтә.
– Афарин, Камилә! Артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА