Йәмғиәт
23 Июнь 2023, 14:50

Өс көн буйы республиканың төп телеканалында форумдың мөһим ваҡиғалары сағылдырыласаҡ

26 июндән 28-енә тиклем Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь Республикаһының X форумы үтә.

Өс көн буйы республиканың төп телеканалында форумдың мөһим ваҡиғалары сағылдырыласаҡӨс көн буйы республиканың төп телеканалында форумдың мөһим ваҡиғалары сағылдырыласаҡ
Өс көн буйы республиканың төп телеканалында форумдың мөһим ваҡиғалары сағылдырыласаҡ

26 июндән 28-енә тиклем Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь Республикаһының X форумы үтә. Төрлө өлкәлә артабан да үҙ-ара хеҙмәттәшлекте тикшереү маҡсатында ике төбәк баш ҡалабыҙҙа осраша.

Өс көн буйы республиканың төп телеканалында форумдың мөһим ваҡиғалары сағылдырыласаҡ.

26 июнь иртәнге сәғәт 7-нән 14.00-гә тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһы республика ҡунаҡтарын ҡаршылай. Тура эфирҙа – эксперттар, форумда ҡатнашыусылар менән әңгәмә, мәҙәни ваҡиғаларҙың анонсы, ғәҙәти булмаған ҡунаҡтар, Башҡортостан белорустары тураһында тапшырыуҙар.

Шулай уҡ форум үткән көндәрҙә Беларусь Республикаһы тураһында “Башҡорт каникулдары” трэвел-шоуҙың махсус сығарылыш премьераһы була.

27 июнь сәғәт көндөҙгө 11-ҙә  Рәсәй һәм Беларустың Сауҙа-сәнәғәт палаталары кәңәшмәһенең тура трансляцияһын ҡарай алаһығыҙ.

16.00-дә - БЮТ-та тура эфирҙа ике төбәк вәкилдәре ҡатнашлығында гуманитар хеҙмәттәшлек өлкәһендә артабан  үҫеш темаһына түңәрәк өҫтәл.

28 июнь 12.30-ҙа телеканал ҡараусылар “Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре диалогына - ун йыл: йомғаҡтар һәм перспективалар” темаһына пленар кәңәшмә ҡарай ала.

Форумдың өс көнөндә лә киске эфирҙар “Евразия йөрәге” традицион фестиваленә арнала. Сараның махсус ҡунаҡтары  - Рәсәй һәм Беларустың атҡаҙанған һәм халыҡ коллективтары, Лариса Долина, Петр Дранга, Таисия Повалий, Дмитрий Харатьян һәм башҡалар.

Фото:yanzori.com

 
 

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас