Йәмғиәт
23 Июня 2023, 07:16

Сылтырап аға Бәрсеүән

Вәлиевтәр ғаиләһенең шәхси архывынан.Вәлиевтәр ғаиләһенең шәхси архывынан.
Фото:Вәлиевтәр ғаиләһенең шәхси архывынан.

Яңауыл районының Байғужа ауылынан бер туған Вәлиевтәрҙе был төбәк халҡы эшһөйәр, үҙ-ара татыу, ниндәй эшкә тотонһалар – шул ҡулдарынан килгән булдыҡлы зат тип белә. Күптән түгел улар республикабыҙҙа иғлан ителгән “Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы”на ҡушылып, ауыл янындағы Бәрсеүән шишмәһе буйын төҙөкләндергән.

Ағалы-ҡустылы Вәлиевтәрҙең икәүһе – Азат менән Зөфәр тыуған ауылында төпләнгән, өлкәндәре Данис менән Алмас Нефтекама ҡалаһында йәшәй. Зөфәр Йәсәүи улы Байғужа ауыл биләмәһе башлығы вазифаһын лайыҡлы башҡара. Тыуған төйәген матуры­раҡ итеү, халыҡтың йәшәйешен күркәмләндереү маҡсаты менән янып йәшәгән уҙамандарҙың береһе ул. Ауыл янындағы Бәрсе­үән шишмәһен төҙөкләндереү тәҡдимен еткергәс, был эшкә бер туған ағалары – Данис, Алмас, Азат ихлас ҡушыла, атайҙарға балалар ҙа ҙур теләк менән ярҙам итә.

– Эш ике аҙна самаһы барҙы. Барлыҡ кәрәкле материалды үҙ иҫәбебеҙгә һатып алдыҡ, 65 мең һум самаһы аҡса тотондоҡ. Беҙҙең башланғыс хаҡында ишетеп, эшҡыуар күршебеҙ Илгиз Римфел улы Муллаҡаев ихлас ярҙамын тәҡдим итте – бер йөк машинаһы ҡырсынташ алып килде. Эшебеҙ­ҙең һөҙөмтәһен күреп, үҙебеҙ ҙә һөйөндөк, ауылдаштар ҙа ҡыуан­ды, күптәр рәхмәт һүҙҙәрен еткер­ҙе, – ти Зөфәр Йәсәүи улы.

Бәрсеүән буйы матур төҫ алған: шишмәнең ағып сыҡҡан урыны һыу алыу өсөн уңайлы итеп эшләнеп, декоратив таш менән көпләнгән, ошонда уҡ эскәмйәләр урынлаштырылған. Вәлиевтәр был урынды киләсәктә лә ҡарап, тәрбиә­ләп торорға ниәтләй. Газон үләне сәсеп, һыу һибеп торалар.

“Бөгөн һәр йортта тиерлек крандан һыу аға, ҡырҙан ташырға ла кәрәкмәй, әммә шишмә – ауылдың йөҙө, халыҡтың тәбиғәткә ҡарашы­ның көҙгөһө кеүек ул. Шишмә һыуын эсһәң, көс-дәрт артҡандай тойола, эргәһендә ултырып ял итеү ҙә күңелгә рәхәтлек бирә. Ауылдаштар Бәрсеүәндең ошо матур­лығын баһалар, һаҡлар, тип ышанабыҙ”, – ти Вәлиевтәр.

- Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

Читайте нас