

Был ялдарҙа Өфөлә Х Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы сиктәрендә ошо ике илдең йәштәре форумы үтәсәк. Бөгөн унда ҡатнашыу өсөн тәүге ҡунаҡтар килә лә башланы. Форумда 18 йәштән алып 35 йәшкә тиклемге 500 йәш кеше ҡатнаша. Беларусь Республикаһынан форумға 100 йәш кеше килә. Бөгөн иртә менән “Өфө” халыҡ-ара аэропортында 60 кешенән торған тәүге делегацияны ҡаршы алыу ойошторолдо.
Ҡурай моңо, сәк-сәк тотҡан милли кейемдәге һылыу ҡыҙҙар, Башҡортостан һәм Рәсәй флагтарын тотҡан йәш әүҙемселәрҙән торған ҡаршы алыусыларҙы күреп ҡалғас, төнө буйы юлда булған Беларусь йәштәренең арыуы онотолдо. Улар ихлас күңелдән ҡурай тыңланы, сәк-сәктән ауыҙ итте.
Делегацияға Беларусь республикаһы йәштәр үҙәге начальнигы урынбаҫары Александр Елисеев етәкселек итә ине. Ул тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
– Беҙҙең делегациянан барыһы ла Башҡортостанда беренсе тапҡыр. Форумға тип килдек, яҡшы кәйеф һәм ыңғай эмоциялар алырбыҙ тип көтәбеҙ. Ҙур, эшлекле сараға әҙербеҙ. Һеҙҙең йәштәр - беҙҙе, беҙ һеҙҙең йәштәрҙе ғәжәпләндерербеҙ тип ышанабыҙ. Беларустан махсус ижади номерҙар килтерҙек, уны күреп аптыраясаҡһығыҙ. Шулай уҡ ҡыҙыҡлы проекттар байтаҡ, уларҙы күрһәтәсәкбеҙ һәм тәжрибә алмашырбыҙ тип уйлайым. Бында 18-ҙән 35 йәшкә тиклемге республикабыҙҙың йәштәр үҙәктәре, ойошмалары, йәштәр парламенты ағзалары, бер һүҙ менән әйткәндә иң-иңдәрҙе килтерҙек, – тине ул.
Форум программаһы дүрт йүнәлеш буйынса үтәсәк: агросәнәғәт комплексы һәм ауыл биләмәләре йәштәре, патриотик берекмәләрҙә ҡатнашыусылар, йәштәр ойошмаларының, балалар һәм студенттар берләшмәләренең ижади лидерҙары, студенттар отрядтары һәм эшсе йәштәр вәкилдәре өсөн. Саралар сиктәрендә шулай уҡ Өфө-Брест-Минск Халыҡ-ара йәштәр телекүпере һәм Рәсәй-Беларусь йәштәренең үҙ-ара килешеп эш итеү перспективалары мәсьәләләре буйынса стратегик сессиялар ҙа планлаштырылған.
Форумдың файҙалы һәм ял итеү программаһы өлөшөндә ҡатнашыусылар “ПРОФфест” бөтә Рәсәй һөнәрҙәр йәрминкәһендә, Республика хәрби дан музейында буласаҡ, Өфөнөң Еңеү паркындағы Мәңгелек утҡа һәм мемориалдарға сәскәләр һалыу тантанаһында ҡатнашасаҡ һәм Йәштәр көнөн байрам итәсәк.
Форум Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Беларусь Республикаһының Мәғариф министрлығы һәм Белоруссия республика йәштәр союзы менән берлектә ойошторола.
Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.