

Өфөлә "Торатау" конгресс-холы майҙансығында Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы башланды. Сара ике дәүләттең X юбилей форумы алдынан уҙғарыла.
“Белорус республика йәштәр союзы” йәмәғәт ойошмаһының Үҙәк комитеты секретары Вероника Гудкова Башҡортостанға йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Кисә Беларусь Республикаһынан һеҙгә ҙур делегация килдек. Ысынында иһә Өфө матурлығы менән һоҡландыра, – тине Вероника Гудкова.
Белорус йәштәре вәкиле билдәләүенсә, делегация әлеге ваҡытта республикала барған төҙөлөш күләме менән хайран ҡалған.
– Бөгөн бик матур конгрес-холда эшләйбеҙ, беҙҙе бай эстәлекле программа көтә. Һеҙҙең менән тәжрибә алмашыу беҙҙең өсөн бик ҡыҙыҡ, – тине Вероника Гудкова. – Бында туғандаш халыҡ менән бергә булыуыбыҙға бик шатбыҙ. Шулай булды һәм һәр ваҡыт буласаҡ. Рәсәй һәм Беларусь – күп йылдар дауамында бер-береһенә ярҙам иткән ике ил.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә иртән Башҡортостанға Белоруссияның тәүге йәштәр делегацияһы килде. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡыҙыҡлы проекттар әҙерләгән, улар бөгөн үк форум сиктәрендә презентация яһарға ниәтләй.
Фото: "Молодежная газета".