Йәмғиәт
24 Июнь 2023, 16:45

Креатив индустриялар һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды

Йәштәр ҙур теләк менән төрлө һорауҙар бирҙе һәм дискуссияла ҡатнашты.

Креатив индустриялар һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралдыКреатив индустриялар һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды
Креатив индустриялар һәм ауыл биләмәләрен үҫтереү мәсьәләләре ҡаралды

Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумын асыу тантанаһынан һуң ҡатнашыусылар төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәренә юлланды. Шулай итеп, секцияларҙың береһе сиктәрендә “Креатив индустрия: заманса ижади ҡарарҙар” тигән билдәләү сессияһы үткәрелде. Сессияла ҡатнашыусылар алдында «Белорус республика йәштәр союзы» йәмәғәт берләшмәһенең Үҙәк комитеты хеҙмәткәре Виктория Любомирова сығыш яһаны. Ул өфөләргә йылы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

- Өфөгә саҡырыуығыҙ, һәйбәт мөхит өсөн һәм бында ҡатнашыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт әйткем килә. Һәр беребеҙ бында яңы дуҫтарын табыр, үҙе өсөн ниндәйҙер яңылыҡ асыр, тип ышанам, - тине Виктория Любомирова.

Спикер шулай уҡ Беларусь йәштәре Рәсәй йәштәре менән билдәле проекттар эшләүгә иҫәп тота тип билдәләне, шулай уҡ үҙенең ойошмаһы хаҡында ла ентекләп һөйләне:

–«Белорус республика йәштәр союзы» – ул комсомолдың вариҫы. Беҙҙә һигеҙ йүнәлеш бар: граждандар, патриотик тәрбиә биреү, йәштәрҙе эш менән тәьмин итеү, сәләмәт йәшәү рәүеше, мәғлүмәт өлкәһе, һәләтле йәштәргә ярҙам, йәштәргә хоҡуҡи тәрбиә биреү, йәштәр башланғыстарына ярҙам итеү һәм башҡалар, – тине.

Йәнә бер сессия «Ауыл биләмәләре. Үҫеш факторҙары» темаһына арналды. Сарала ҡатнашыусылар алдында БР Ауыл хужалығы министрлығының дәүләткә ҡарамаған белем биреү учреждениеһы менән эш итеү бүлеге начальнигы Константин Пресняков сығыш яһаны. Ул илдә һәм республикала ауыл ерендә йәшәүселәр өсөн бойомға ашырылған дәүләт ярҙамы саралары хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, һүҙ гранттар, төрлө стартаптар һәм башҡа проекттар тураһында барҙы. Йәштәр ҙур теләк менән төрлө һорауҙар бирҙе һәм дискуссияла ҡатнашты.

Юлай Кәримов фотоһы. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас