

Баш ҡала хакимиәтенән алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда, капиталь ремонттан һуң объект ваҡытынан алда файҙаланыуға тапшырылған.
Ремонт эштәре Галле ҡалаһы урамының бер өлөшөндә – Октябрь проспектынан алып Рихард Зорге урамына тиклем эшләнгән. Бында яңы асфальт түшәлгән, бордюрҙар алмаштырылған, тротуар төҙөкләнгән, горизонталь разметка эшләнгән.
Был юл ҡалалағы иң көсөргәнешле участкаларҙың береһе. Сөнки ул Өфөнөң үҙәк өлөшөнән М-7 автомагистраленә сығыуҙы тәьмин итә. Шуға ла юлсылар ремонт эштәрен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарырға тырыша – контракт буйынса ул октябрь башында тамамланырға тейеш булһа ла, ҡыҫҡа ваҡытта - ай ярымда эш теүәлләнә.
Был саралар “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проекты (национальный проект «Безопасные качественные дороги») сиктәрендә башҡарыла. Ил Президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырылған милли проекттың маҡсаты ҡалаларҙа юлдар торошон яҡшыртыу. Өфөлә хәҙерге көндә ете урамда участкалар ремонтлана. Лев Толстой, Галле ҡалаһы урамдарында был эштәр тамамланған, ә Рига урамында төҙөкәндереү саралары башланып тора.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте.